Яңылыҡтар
Владимир Путин балалар ялын ойоштороу тураһында закон ҡабул итте
Рәсәй Президенты Владимир Путин балалар ялын ойоштороу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы, ул балаларҙың ғүмере һәм һаулығы хәүефһеҙлегенә талаптарҙы ҡатыландыра. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған.
Закон балалар ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороусылар мотлаҡ үтәргә тейеш берҙәм талаптарҙы күҙ уңында тота, балалар менән йөрөгәндә туристик маршруттарға дөйөм талаптарҙы билдәләй, тип хәбәр итә «РИА Новости». Шулай уҡ балаларҙың ялын һәм сәләмәтләндереүен ойоштороу буйынса федераль мәғлүмәт реестры булдырыу тәҡдим ителә.
Документ федераль һәм төбәк башҡарма власть, урындағы үҙидаралыҡ органдарының балаларҙың ялы һәм хәүефһеҙлеге өсөн вәкәләттәрен һәм яуаплылыҡ өлкәһен асыҡлай һәм айыра. Бынан тыш, унда ауыр тормош хәлендәге балаларҙы путевкалар менән тәьмин итеү, ял итеү урынына һәм кирегә юл хаҡын түләү мәсьәләләрен алдан ҡарау тәҡдим ителә.
Закон туристик операторҙарҙың, агенттарҙың һәм экскурсия хеҙмәтләндереү ойошмаларының туристик маршруттарға ҡарата билдәләнгән талаптарҙы үтәү бурысын, бәлиғ булмаған балаларҙың уларҙы үтеүен ойоштороу тәртибен, бындай маршруттарҙың урыны, ваҡыты һәм үтеү оҙайлығы тураһында мәғлүмәтте вәкәләтле органдарға хәбәр итеү тәртибен билдәләй .
Документ менән һөнәри стандарттар, шулай уҡ балалар менән махсус рәүештә әҙерләнмәгән кешеләрҙең эшләүен булдырмаҫ өсөн квалификациялы талаптар әҙерләү һәм раҫлау ҡаралған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә балалар ялына айырыуса иғтибар 18 июндә Карелиялағы фажиғәнән һуң арта. Унда 14 бала һәләк була.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.