Яңылыҡтар
Хөрмәтле нефтекамалар!
Һеҙҙе яҡынлашып килеүсе Яңы 2017 йыл менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яңы йыл байрамдарығыҙ сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын!Улар күңел йылыһы һәм шәфҡәтлелек менән тулһын! Яңы йыл төнөндә һәр беребеҙ яҡын һәм ҡәҙерле кешеләребеҙ менән бергә булырға тырышабыҙ. Бигерәк тә атай-әсәйҙәребеҙгә иғтибарлыбыҙ, дуҫтарыбыҙ менән шатлыҡтарыбыҙҙы бүлешәбеҙ, балаларыбыҙға бәхет теләйбеҙ, һәм, әлбиттә, киләсәк тураһында уйлайбыҙ. Ниндәй генә шәхси пландар ҡорһаҡ та, улар ҡалабыҙҙың киләсәге, уның уңыштары һәм ҡаҙаныштары менән бәйле икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ.
Шуға ла, бөтәһенән элек, Яңы йылда һәр берегеҙҙең уңышлы булыуын теләйбеҙ. Сөнки тап һеҙҙең уңыштарҙан дөйөм тормошобоҙ төҙөлә лә инде. Ҡалабыҙ һәм тотош республикабыҙ яҙмышы ла һеҙҙең уңыштарығыҙ менән бәйле.
Яңы йылда яҡындарығыҙҙың һау-сәләмәт булыуын, балаларығыҙҙың ҡыуанысын бергәләп татыуығыҙҙы, өйөгөҙҙә муллыҡ, ә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Бәхетле булығыҙ!