Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

09.01.17

Республика 2017 йылда балалар технопаркын булдырыуға федераль бюджеттан субсидия аласаҡ

Башҡортостан балалар технопаркын булдырыу өсөн субсидия алыуға конкурста еңде. Федераль бюджет республикаға 2017 йылда 24 миллион һум бүләсәк, тиелә РФ Мәғариф министрлығы комиссияһы ултырышының протоколында.

17 төбәк араһында 925 миллион һум бүленәсәк. Һайлап алыу шарттары буйынса, яңы өҫтәмә белем биреү майҙансыҡтарын булдырыуға субъекттар кәрәкле сумманың 30 процентын төбәк бюджетынан индерәсәк һәм тағы ла 20 процентын дәүләт-шәхси уҙаҡташлыҡ сиктәрендә шәхси компаниялар һаласаҡ.

Төбәктәргә буласаҡ «Кванториум» технопаркы концепцияһын һәм, субъект биләмәһендә үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы, уҙаҡташтар менән бергәләп әҙерләнгән программаларҙы күрһәтергә кәрәк. Башҡортостан балалар технопаркын булдырыу буйынса проект тәҡдим иткән, унда балалар органик синтез һәм профилле лабораториялар ярҙамында пластик етештереү технологияларын өйрәнә аласаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, балалар технопаркы «Башҡортостан кванториумы» Өфөлә Республика балалар белем биреү технопаркы нигеҙендә ойоштороласаҡ.

«Кванториум» балалар технопаркы – ул балаларҙың перспективалы тәбиғи-ғилми һәм техник йүнәлештәр буйынса ысын мәсьәләләрҙе сисеү майҙансығы. Улар лазер, нейро технологияларҙы, пилотһыҙ авиация, программалау, 3D-моделләштереү кеүек йүнәлештәрҙе өйрәнә. Технопарктар 5-18 йәштәгеләргә тәғәйенләнгән.

 
{podcenter}