Яңылыҡтар
Мәғариф министрлығында 2017 йылда БДИ тапшырыу өсөн ғариза биреүҙең һуңғы срогы хаҡында хәбәр иттелде
2017 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн ғариза 1 февралгә тиклем ҡабул ителә. Унда һынау биреү өсөн предметтар күрһәтелергә тейеш. Рус теле һәм математика — сығарылыш класы уҡыусылары өсөн мотлаҡ. Ошо фәндәрҙән имтиханды уңышлы тапшырыу урта дөйөм белем тураһында аттестат алыу өсөн кәрәк. Ҡалған предметтар — һайлау буйынса. Улар тәү сиратта белем алыуын юғары уҡыу йортонда дауам итергә теләгән уҡыусылар өсөн мөһим.
Быйыл белем усағын тамамлаясаҡ уҡыусылар ғаризаны уҡыған урыны буйынса яҙа. Уҙған йылдарҙа тамамлаусылар Башҡортостан Мәғариф министрлығы билдәләгән урындарға ғариза бирә.
1 февралдән һуң Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн ғариза Башҡортостан дәүләт имтихан комиссияһы ҡарары буйынса имтихандар башланғанға тиклем ике аҙна алдан билдәле сәбәптәр (ауырыу йәки документтар менән раҫланған хәлдәр) булғанда ғына ҡабул ителә.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.