Яңылыҡтар
Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме – 4159 һум
Декабрҙә Башҡортостанда эшһеҙлек буйынса пособиеның уртаса күләме 4159 һум, йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 46,3 процент тәшкил итте.
Әлеге ваҡытта эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 8982 һум тәшкил итә. 2016 йылдың октябрендә төбәктә уртаса эш хаҡы 27 217,6 һумға еткән.
«Эшһеҙлек буйынса пособие алыусыларҙың өлөшө иң аҙы — 28,6, иң күбе 54,3 процент тәшкил иткән. 2015 йыл аҙағында – 26,3 һәм 53,1процент», — тип һөйләне Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уҙған йыл аҙағына республикала 23,6 мең кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип иҫәпләнгән. Дөйөм алғанда, бер йылда төбәктең 49,2 меңдән ашыу кешеһе эшһеҙ статусын алған.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, эшһеҙҙәр һаны 113 мең кешегә артыҡ булған.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.