Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

17.01.17

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2017 йылда эш хаҡының артыуын фаразлай

Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы күҙаллауынса, 2017 йылда рәсәйҙәрҙең эш хаҡы арта. Ведомство башлығы Максим Топилин «Рәсәй гәзите»нә биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе.

«2016 йыл йомғаҡтары буйынса реаль хеҙмәт хаҡының артыуын күрербеҙ», — тине Топилин.

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы башлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бында «Президенттың бюджет өлкәһендә эш хаҡын күтәреү тураһындағы указдарын тормошҡа ашырыу ҙа роль уйнай».

Бынан тыш, Максим Топилиндың фекеренсә, 2017 йылда эшһеҙлек артмаясаҡ.

«Ул былтырғы күрһәткестәр сиктәрендә тирбәлер, моғайын, — тип иҫәпләй ул. — Һәр хәлдә, бөгөнгә хәлде ҡырҡа үҙгәртеү өсөн нигеҙ юҡ».

Шулай уҡ, Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы башлығы хәбәр итеүенсә, «пенсия йәшен арттырыу өсөн ваҡыт емәгән әле».

«Әлегә беҙҙә пенсия алыу осоро ҡыҫҡа һәм халыҡ был ҡарарға әҙер түгел», — тип аңлатты Максим Топилин.

РБК яҙыуынса, уҙған йылдың декабрь аҙағында HeadHunter һәм Superjob эксперттары 2017 йылда эш хаҡының — һигеҙ, вакансиялар һанының биш процентҡа артыуы хаҡында хәбәр итте.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}