Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

31.01.17

Төбәктә Рима Баталованың IV «Милләт йәшлеге» йәмәғәт премияһы конкурсына ғариза ҡабул итеү башланды

Башҡортостанда Рима Баталованың IV йәмәғәт премияһы конкурсы старт алды. Сараны «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды ойоштора. Фонд мөмкинлектәре сикле йәш спортсыларҙы, тренерҙарҙы, инвалид балаһы булған йәш ғаиләләрҙе, ярҙам итеүселәрҙе, шулай инвалидтар проблемаһын яҡтыртҡан киң мәғлүмәт сараларын дәртләндереүгә йүнәлтелгән.

Бәйге дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла. Премия республика Хөкүмәте һәм бөтә спорт йәмәғәтселеге, паралимпия хәрәкәте вәкилдәре һәм инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең юғары баһаһына лайыҡ булды. Еңеүселәр ете номинацияла билдәләнә: «Йыл асышы», «Сикһеҙ спорт», «Паралимпия спорты өмөтө», «Еңеү сере», «Чемпион тәрбиәләү», «Күңел саҡырыуы буйынса», «Асыҡ ҡараш».

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза тултырып, fond.batalova@gmail.com электрон адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Уның формаһын «Милләт йәшлеге» фонды сайтынан алырға мөмкин. Ғаризалар 1 февралдән 5 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Белешмә өсөн телефон: (347) 276-20-36.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

{podcenter}