Яңылыҡтар
23 февраль уңайынан республика халҡы дүрт көн рәттән ял итә
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Башҡортостанда йәшәүселәр дүрт көн рәттән — 23, 24, 25 һәм 26 февралдә ял итә ала.
Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө — ял көнө булып иҫәпләнә.
Быйыл ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында 1 ғинуарҙағы ял көнө 24 февралгә күсерелде.
Шаршамбы 22 февралдә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Шулай итеп, 23, 24, 25, 26 февраль ял көндәре булып тора.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп һәм өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 23 февралдәге байрам көнө уның иҫәбенә инмәй.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.