Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

09.02.17

Башҡортостанда халыҡтың аҡсалата килеме иҫәп сығарылды

Башҡортостан статистары республика халҡының 2016 йылдағы аҡсалата килемен иҫәпләп сығарҙы.

2016 йылдың беренсе кварталында йән башына уртаса килем 22 551 һумдан ашыу булған. Икенсе кварталда — 25 288 һум, өсөнсөлә  — 30 704 һум. Былтыр дүртенсе кварталда республикала йән башына уртаса килем 34 653 һумға еткән.

Дөйөм алғанда, бер йылда төбәктә йән башына уртаса килем 28 316 һум, йәки 2015 йылдағы реаль килем менән сағыштырғанда 97,1 процент тәшкил иткән.

Бынан алдараҡ Башҡортостанстат иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса республика предприятие-ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең 2016 йылдың ғинуар-ноябре өсөн уртаса айлыҡ хеҙмәт хаҡын иғлан иткәйне.

Төбәктә эш хаҡы буйынса уртаса күрһәткес 27 251,8 һум тәшкил итте. Был 2015 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда ете процентҡа күберәк.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}