Яңылыҡтар
Башҡортостан – үлем осраҡтарын кәметеү буйынса лидер төбәктәр иҫәбендә
Башҡортостан үлем осраҡтарын кәметеү буйынса лидер төбәктәр иҫәбендә билдәләнде. Ыңғай демографик күрһәткестәр Рәсәй Федерацияһының 67 төбәгендә теркәлгән. Был мәғлүмәттәр демографик хәл буйынса төбәктәр менән уҙғарылған селектор кәңәшмәһендә килтерелде. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец уҙғарҙы.
Тотош Рәсәй буйынса 2016 йылдың 12 айында үлем күрһәткесе 2015 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 1,5 процентҡа, йәғни 23,5 мең кешегә кәмегән. Үлем күрһәткесе бер мең кешегә 12,9 процент тәшкил иткән, 2015 йылда – 13,1 процент. Бындай күрһәткес илдә 20 йылдан ашыу теркәлмәгән.
Башҡортостанда былтыр үлем 3,8 процентҡа, йәғни 1824 кешегә түбәнәйгән – абсолют һандарҙа республикала иң яҡшы күрһәткес.
Ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан – 2,8 процентҡа, туберкулездан – 16,7 процентҡа, яман шештән – 0,8 процентҡа, тын алыу ауырыуҙарынан – 8 процентҡа, аш һеңдереү органдары сирҙәренән – 3,6 процентҡа, тышҡы сәбәптәрҙән – 6,7 процентҡа, шул иҫәптән юл-транспорт ваҡиғалары һәм осраҡлы алкоголь менән ағыуланыуҙан үлем осраҡтарының кәмеүе билдәләнгән.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.