Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

21.02.17

Башҡортостанда Туған тел көнөн билдәләйҙәр

Башҡортостанда Туған тел көнөн билдәләйҙәр. Бөгөн, 21 февралдә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында Халыҡ-ара Туған тел көнөнә арналған Республика байрамы уҙа.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йыр һәм бейеү номерҙары менән Өфөнөң милли йәкшәмбе мәктәптәре коллективтары, Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты студенттары сығыш яһаясаҡ. Сара киске сәғәт 5-тә башлана.

Байрам сиктәрендә республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары биләмәләрендә тел һәм мәҙәни төрлөлөккә һәм күп теллелеккә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы ҡаралған.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министры, республика Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Халыҡ-ара туған тел көнө 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһында ойошторола, шунан алып йыл һайын уҙғарыла. Башҡортостан традицион рәүештә күп теллелек киң таралған төбәктәргә ҡарай. Республика халҡының яртыһы тиерлек – ике һәм унан күберәк, уларҙан 382,5 мең кеше өстән күберәк тел белә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

{podcenter}