Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

24.03.17

Башҡортостанда БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу этабы тыныс үтте

Кесе йома, 23 мартта, Башҡортостанда география, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникациялар технологиялары буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алдан тапшырыу этабы уҙҙы. 53 кеше ваҡытынан алда имтихан тапшырырға килде, уларҙың 40-ғы информатика һәм 13-ө – география буйынса. Улар өсөн Өфөнөң Дим районында һәм Стәрлетамаҡта ике имтихан уҙғарыу пункты, йәмғеһе туғыҙ аудитория эшләне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығында.

Берҙәм дәүләт имтиханы башланыр алдынан бер нисә минут ҡалғас ҡатнашыусылар өсөн аудиторияларҙа контроль-үлсәү материалдары баҫылды. Имтихан тамамланғас ҡатнашыусыларҙың яуаптары менән бланктар пунктарҙа сканерлап ебәрелде, улары шунда уҡ Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгендә булды.

Башҡортостандың Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Альберт Йәримов, имтихан ваҡытында технологик проблемалар булманы, тип билдәләне. Берҙәм дәүләт имтиханы тәртип боҙоуҙарһыҙ, тыныс үтте.

«Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу этабын уҙғарыуҙы ысын ваҡыт режимында Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралығының Хәл үҙәге видеокүҙәтеү аша ҡараны, — тип билдәләне Альберт Йәримов. — Имтихан ҡабул итеү пунктарының бөтә аудиториялары, штабтар, Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәге ведомствобыҙҙың хеҙмәткәрҙәре, «Дөйөм Рәсәй волонтерҙар хәрәкәте» ирекмәндәре иҫәбенән онлайн-күҙәтеүселәрҙең иғтибар үҙәгендә булды. Ведомствоға БДИ-ны уҙғарыу барышы хаҡында бөтә оператив мәғлүмәттәр килеп торҙо».

Мәғариф өлкәһен контролдә тотоу һәм күҙәтеү буйынса идаралығының Хәл үҙәге имтихандарҙы үткәреү көндәрендә киң мәғлүмәт саралары менән эш итеү өсөн асылды.

Киләһе аҙнала имтихандар урыҫ теле (27 мартта), тарих һәм химия (29 мартта) буйынса, база һәм профиль буйынса математиканан (31 мартта) үтә. География һәм информатика буйынса һөҙөмтәләр 4 апрелгә әҙер булырға тейеш.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

{podcenter}