Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
 

 

Яңылыҡтар

11.05.17

Республикала уртаса эш хаҡы билдәле булды

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл февралдә республикала уртаса эш хаҡы 26 998 һумға еткән.

Ғинуар айында төбәктә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларын һәм ойошмаларын иҫәпкә алып, уртаса хеҙмәт хаҡы 26 760 һум тәшкил иткән.

Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы — 8869 һум. 2017 йылдың I кварталында эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 1,948 миллиондан ашыу.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, эшһеҙҙәр һаны 115 мең кеше тәшкил итә.

Дөйөм эшһеҙлек кимәле республикала 5,9 процентҡа тиң, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

{podcenter}