Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

25.04.17

Башҡортостан буйынса Пенсия фонды май байрамдарында пенсия таратыу графигын баҫтырып сығарҙы

Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе май байрамдарында почта элемтәһе ойошмаларының пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыу графигын баҫтырып сығарҙы.

Пенсия таратыу 2 майҙа башлана һәм ваҡытынан алда тамамлана — 6 майҙа 9-ы өсөн бирелә. Байрам көндәрендә таратыуҙың аныҡ датаһы апрель айы квитанцияларында ла күрһәтелгән.

Кредит ойошмаларына аҡса килешеүҙә билдәләнгән ваҡытта күсерелә.

Әлеге көндә Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе 1,163 миллиондан ашыу пенсионерға пенсия түләүҙе тәьмин итә. Уларҙың 57,3 проценты — кредит ойошмалары, 42,3 проценты «Рәсәй почтаһы» аша хеҙмәтләндерелә. Республикала пенсия түләү өсөн ай һайын 15,9 миллиард һум аҡса тотонола, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}