Яңылыҡтар
Башҡортостан яҙ йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингында үҙ позицияларын яҡшыртты
«Йәшел патруль» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы 2017 йылдың яҙ йомғаҡтары буйынса сираттағы экологик рейтингын төҙөнө. Башҡортостан дөйөм рейтингта, бынан алдағы йомғаҡтар менән сағыштырғанда ике баҫҡысҡа күтәрелеп, үҙ позицияларын яҡшыртты һәм 57-се урынды биләне. Волга буйы федераль округы субъекттары араһында республика 10-сы урынға сыҡты.
Тамбов өлкәһе, Алтай, Алтай крайы, Сыуашстан, Ульяновск һәм Белгород өлкәләре, Мәскәү, Санкт-Петербург иң «таҙа» төбәктәр иҫәбенә инде.
Ырымбур, Мәскәү, Ленинград, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре исемлектең аҙағында тора.
Рейтингты төҙөгәндә тәбиғәтте һаҡлау, сәнәғәт-экологик һәм социаль-экологик индекстар иҫәпкә алына.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.