Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

16.06.17

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн пособиены ике тапҡырға арттырырға ниәтләйҙәр

Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күләмен ике тапҡырға, ай һайын өстән алты меңгә тиклем арттырырға ниәтләйҙәр. Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов «ТАСС» агентлығына хәбәр итте, «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» барышында Өфө табибының һорауына аңлатма биреп.

«Әлеге ваҡытта йәш ярымдан алып өс йәшкәсә балалары булған ишле ғаиләләргә матди ярҙам өсөн республикалағы социаль ярҙам сараларының күләмен арттырыу тураһында мәсьәлә ҡарала. Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә йәш ярымдан алып өс йәшкәсә өсөнсө йәки артабанғы һәр балаһы өсөн айлыҡ аҡсалата түләү күҙ уңында тотола. Ошо түләүҙе өстән алты мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим ителә», — тине төбәк етәксеһе. Ул шулай уҡ ғаиләнең килеме йәшәү минимумының икеләтә дәүмәленән артмаҫҡа тейешлеген билдәләне.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, уның указы буйынса демография һәм тыуымды арттырыу мәсьәләләре буйынса эш төркөмө ойошторолған, уға 2020 йылға тиклемге осорға эш планын әҙерләргә ҡушылған. Студент ғаиләләре өсөн яңы социаль ярҙам сараларын индереү мәсьәләһе ҡарала. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, атап әйткәндә, ошо ғаиләләрҙә бала тыуғанда 100 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү билдәләргә һәм балалары булған студент һәм аспирант ғаиләләренә айлыҡ махсус социаль пособиеның күләмен 250 һумдан өс меңгә тиклем арттырырға тәҡдим ителә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

{podcenter}