Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

05.07.17

Республика халҡын балаларға 1 сентябргә мәктәпкә йыйынырға ярҙам итеүҙәрен һорайҙар

Башҡортостан халҡын балаларға 1 сентябргә мәктәпкә йыйынырға ярҙам итеүҙәрен һорайҙар. Республикала төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан ойошторолған етенсе хәйриә акцияһы башланды. Уның маҡсаты – ауыр хәлгә тарыған балалар (аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған ғаилә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, ата-әсәләре ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар) өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйыу.

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» акцияһы 31 авгусҡа тиклем уҙа. Халыҡтан, эшҡыуарҙарҙан һәм ойошмаларҙан мәктәп кәрәк-яраҡтарын республика ҡала һәм район халҡын социаль хеҙмәтләндереүсе комплекслы үҙәктәрҙә эшмәкәрлек алып барған ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам район-ара үҙәктәре ҡабул итә.

Канцелярия тауарҙары, дәфтәрҙәр, балалар ижады һәм һүрәт төшөрөү дәрестәре өсөн әйберҙәр яңы килеш ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы торошта тотонолған булыуы мөмкин.

Былтыр акцияла 7,5 миллион һумдан мәктәп кәрәк-яраҡтарын йыйып булды. Ошо сараларға аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләрҙән 5123 балаға мәктәпкә әҙерлек ярҙамы күрһәтелде.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

{podcenter}