Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.07.17

Республика буйынса «Роспотребнадзор» эшҡыуарҙарҙы Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра

13 июлдә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы республикала күләмле акция — «Эшҡыуарҙар өсөн асыҡ ишектәр көнө»н уҙғара.

Идаралыҡтан тыш, акция 12 территориаль бүлектә, шулай уҡ Республика күп функциялы үҙәгенең 13 филиалында ойошторола.

Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарҙарға планлы һәм пландан тыш тикшереүҙәр үткәреү тәртибе, тикшереү барышында асыҡланған мотлаҡ талаптарҙы типик боҙоу осраҡтары хаҡында мәғлүмәт, шулай уҡ бизнес берләшмәһенең башҡа һорауҙарына яуап биреү ҡаралған.

Бынан тыш, 13 июлдә «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында 2017 йылдың тәүге ярты йыллығындағы хоҡуҡ ҡулланыу практикаһы һөҙөмтәләрен асыҡ тикшереү була.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

{podcenter}