Яңылыҡтар
Республикала яңы «аҡсалы» вакансиялар баҫылған
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы эш хаҡы 30 мең һумдан кәм булмаған яңы вакансиялар хаҡында хәбәр итте.
Өфөләге «Премьера» клиникалар селтәренә рентген лаборанты талап ителә. Эш хаҡы — 40 мең һум.
Октябрьскийҙа «ВНИИГИС-ЗТК» фәнни-етештереү фирмаһында эшләү өсөн директор урынбаҫары кәрәк. Хеҙмәт хаҡы — 50 мең һум. Фән кандидаты тигән ғилми дәрәжәһе булырға тейеш.
Эш режимы — иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 12-гә тиклем.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Өфөләге «Башавтосервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эш тәжрибәһе өс йылдан кәм булмаған агрегаттарҙы ремонтлау буйынса слесарҙы эшкә ала. Хеҙмәт хаҡы — 30-60 мең һум.
Ошо һәм башҡа вакансиялар менән Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының халыҡ мәшғүллеге мәғлүмәт порталында ентеклерәк танышырға мөмкин.