Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

08.08.17

Республикала «Йыл эшҡыуары» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы

 «Йыл эшҡыуары» республика конкурсы башланып китте. Ул Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында уҙғарыла. Тәүге тапҡыр конкурс 2005 йылда уҙғарылды һәм шунан алып төбәктең эш тормошонда йыл һайын уҙғарылған мөһим ваҡиғаға әйләнде.

Конкурстың ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы. Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, «Эшлекле Рәсәй» һәм «Рәсәй терәге»нең төбәк бүлексәләре, Башҡортостан Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү фонды, «Башҡортостан Республикаһы Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың микрокредит компанияһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы.

Конкурста бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ҡараған, Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген ойошманың эшмәкәрлек өлкәһенә ҡарамаҫтан ике йылдан күбер эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары, акционерҙар, юридик берәмектәр, шулай уҡ ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ҡатнаша ала.

«Йыл эшҡыуары» тигән исем үҙ бизнесын үҫтереүҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына киләһе төп номинациялар буйынса бирелә:

— «Етештереү өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары (бәләкәй (микро) предприятие)»;

— «Етештереү өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары (урта предприятие)»

— «Ауыл хужалығы өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары»;

— «Күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары»;

— «Эске туризм өлкәһендә йылдың иң яҡшы эшҡыуары»;

— «Иң яҡшы ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы».

«Йыл эшҡыуары» конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы, 44/1 адресы буйынса, 6-сы павильонда( 2-се ишек, 2-се ҡат) Башҡортостостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы дирекцияһында ҡабул ителә. Электрон почта: aoprb@mail.ru. Тулыраҡ мәғлүмәт һәм конкурс документтары менән сайтта танышырға мөмкин.

Документтарҙы ҡабул итеү ваҡыты – 2017 йылдың 7 авгусынан 15 сентябренә тиклем.

Бүләкләү тантанаһы ағымдағы йылдың декабрендә үтә. Еңеүселәр дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнәсәк, тип хәбәр иттеләр Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһының матбуғат хеҙмәтендә.

/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

{podcenter}