Яңылыҡтар
Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн 205 миллион һум аҡса ала
Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа субсидиялар бүлеү өсөн төбәктәрҙе конкурс буйынса һайлап алыуға йомғаҡ яһаны. Йыл һайын үткәрелгән конкурс барышында Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәр төбәккә федераль субсидия лимитын билдәләй. Ағымдағы йылда республика өсөн ул 273,4 миллион һум тәшкил итәсәк. Шуларҙың 164,1 миллион һумы — Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, 109,3 миллионы Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы өсөн ҡаралған.
19.05.16
×
|
2016 йылдың беренсе кварталында төбәктә йәшәү минимумы 8691 һум тәшкил иткән
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2016 йылдың беренсе кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 8691 һум күләмендә билдәләнгән.
14.05.16
×
|
Башҡортостанда ипотека кредитлауы темпы үҫә
Быйыл беренсе кварталда Башҡортостанда 9,29 миллиард һумлыҡ 6563 ипотека торлаҡ кредиты бирелгән. Уҙған йылдың ғинуар-март айҙары менән сағыштырғанда, ипотека займдары һаны, күләме 71,8 һәм 76,7 процентҡа артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Милли банкында белдерәләр.
12.05.16
×
|
Республикала 60 565 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй
Бер йыл эсендә төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының һаны 69 меңдән 60,5 мең кешегә тиклем кәмегән. Һуғышта ҡатнашыусылар һәм инвалидтар меңгә аҙайған. Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошондай статистика мәғлүмәттәрен килтерә.
07.05.16
×
|
Санкцияларҙың кире эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Италияның Il Sole 24 Ore радиостанцияһына биргән интервьюһында Европа илдәре менән эшлекле хеҙмәттәшлекте төбәк-ара кимәлдә үҫтереү Рәсәйгә, Евросоюзға ҡарата иғлан ителгән санкцияларҙың эҙемтәләрен йомшартырға булышлыҡ итәсәге хаҡында белдерҙе.
05.05.16
×
|
Рөстәм Хәмитов Урындағы үҙидара көнө менән ҡотланы
21 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сарала сығыш яһаны. Республика етәксеһе муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм депутаттарҙы байрам менән ҡотланы һәм «Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы лауреаттарына наградалар тапшырҙы.
22.04.16
×
|
Республикала хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса программа раҫланды
«2016 йылда Башҡортостандың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар» программаһы раҫланды. Финанслауҙың дөйөм күләме 254,3 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Өҫтәүенә программаны тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан яҡынса 76,4 миллион, федераль бюджеттан 177,9 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған.
21.04.16
×
|
Башҡортостан Еңеү көнөн байрам итергә әҙерләнә
Башҡортостан Еңеү көнөн байрам итергә әҙерләнә. Өфөлә республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Ветерандар эше буйынса координация советы ултырышында мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова иҫтәлекле дата уңайынан планлаштырылған саралар хаҡында һөйләне.
15.04.16
×
|
Төбәктә капиталь ремонтҡа сығымдарҙы компенсациялау тәртибе ҡабул ителде
Башҡортостанда быйыл күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауға иғәнә түләүгә сығымдарҙы компенсациялау тәртибе ҡабул ителде. Тейешле ҡарар республика Хөкүмәте бойороғо менән раҫланған.
08.04.16
×
|
Башҡортостан Башлығының яңы матбуғат секретары тәғәйенләнде
Фәнүр Йәғәфәров Башҡортостан Башлығының яңы матбуғат секретары итеп тәғәйенләнде. Тейешле күрһәтмәгә Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған. Республика Башлығының йәнә бер күрһәтмәһе буйынса Артем Вәлиев үҙ теләге менән Башҡортостан етәксеһенең матбуғат секретары вазифаһынан бушатылды.
05.04.16
×
|
1 апрелдән республикала социаль пенсиялар артты
Федераль законға ярашлы 1 апрелдән Башҡортостанда социаль пенсия дүрт процентҡа артты.
02.04.16
×
|
Төбәктә ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды
Башҡортостанда ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды. Был хаҡта «Интерфакс-Волга буйы» агентлығында уҙған интернет конференцияһында республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Марат Латипов хәбәр итте.
31.03.16
×
|
Республика илдең төҙөлөш тармағында хаҡтар ҡуйыу үҙәген булдырыу өсөн пилот төбәге итеп һайланд
Башҡортостан илдең төҙөлөш тармағында хаҡтар ҡуйыу һәм мониторинг үҙәктәрен булдырыу өсөн пилот төбәге булараҡ сығыш яһаясаҡ, тип хәбәр итте Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Хәмит Мәүлийәров РБК телеканалының «Төҙөлөш — Рәсәй иҡтисады үҫеше программаһы» конференцияһында.
29.03.16
×
|
Республикала быйыл төҙөкләндереләсәк юлдарҙың исемлеге раҫланды
Башҡортостанда 2016 йылда ремонтланасаҡ төбәк һәм муниципаль-ара автомобиль юлдары участкаларының исемлеге раҫланды. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 407,3 саҡрым тәшкил итә. Өфөлә үткән түңәрәк өҫтәлдә республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Альберт Сөләймәнов ошо хаҡта хәбәр итте.
26.03.16
×
|
Төбәктә эшҡыуарҙар өсөн тәүге күп функциялы үҙәк асыла
Тиҙҙән Башҡортостандың баш ҡалаһында тәүге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн күп функциялы үҙәк эшләй башлай.
19.03.16
×
|
Йыл башынан алып төбәктә инфляция 1,4 процент тәшкил иткән
Башҡортостанстат материалдарынан күренеүенсә, 2016 йылдың февралендә республикала инфляция — 0,6, йыл башынан 1,4 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса уртаса алғанда инфляция кимәле — 0,6 һәм 1,6 процент.
12.03.16
×
|
Рөстәм Хәмитов стратегик планлаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов стратегик планлаштырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төбәктең ғилми берләшмә һәм Мәскәү «Сколково» идара итеү мәктәбе вәкилдәре ҡатнашты.
10.03.16
×
|
Башҡортостанда бюджетҡа һалымдар йыйыу артҡан
Башҡортостанда бюджетҡа һалымдар йыйыу һигеҙ процентҡа артҡан, быға инспекторҙарҙың эш сифатын яҡшыртыу һәм республика Хөкүмәтенең ҙур инвестициялар йәлеп итеүҙә, һалым түләүселәр менән эштә ярҙамы булышлыҡ иткән. Ведомствоның йомғаҡлау коллегияһы барышында Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов ошо хаҡта хәбәр итте.
05.03.16
×
|
Төбәктә капиталь ремонтлау системаһы камиллаштырыла
Башҡортостанда капиталь ремонтлау системаһы камиллаштырыла. Был хаҡта кисә республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда капиталь ремонтты үткәреүҙе ойоштороу буйынса ҡануниәтте яҡшыртыу мәсьәләһенә арналған парламент тыңлауҙарында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет рәйесе Елена Родина белдерҙе.
26.02.16
×
|
Республикала финанс өлкәһендәге мәғлүмәт хәүефһеҙлеге тикшерелә
Бөгөн, 16 февралдә, Әбйәлил районында «Банктарҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» тип аталған VII Урал форумының пленар ултырышы бара. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың форумда ҡатнашыусыларға ебәргән сәләмләү хатын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов уҡып ишеттерҙе.
17.02.16
×
|
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһына инеү шарттары үҙгәрә
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау системаһына инеү шарттары үҙгәрә. 2014 йылдың 1 апреленән республикала торлаҡ төҙөлөшө өсөн аҡса туплау программаһы эшләй. Социаль проект Башҡортостан Хөкүмәте башланғысы буйынса уртаса килемле граждандар өсөн торлаҡ һатып алыу мөмкинлеген арттырыу маҡсатында әҙерләнгән һәм төбәк бюджеты аҡсаһы иҫәбенә берлектә финанслау шарттарында ғәмәлгә ашырыла. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат үҙәгендә хәбәр иттеләр.
11.02.16
×
|
Рөстәм Хәмитов: Мин ҡалаларҙа комплекслы төҙөлөш яҡлы
Законһыҙ башҡарылған төҙөлөш ҡала киңлеген кире яҡҡа үҙгәртә һәм халыҡтың мәнфәғәттәренә зыян килтерә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов журналистар менән аралашҡанда ошо турала белдерҙе.
06.02.16
×
|
Башҡортостан Финанс министрлығында — яңы министр урынбаҫары
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Абдюковты республиканың финанс министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Быға тиклем ул ошо уҡ ведомствола дәүләт хеҙмәтен һәм хеҙмәт хаҡын финанслау бүлеген етәкләне.
03.02.16
×
|
Республикала халыҡтың тәбиғи үҫеше йылына 5089 кеше тәшкил иткән
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, 2014 йыл менән сағыштырғанда былтыр тыуыусылар һаны кәмегән, вафат булыусылар артҡан, шулай уҡ халыҡтың тәбиғи үҫеше һаҡланған. Дөйөм алғанда, уҙған йылда тыуыусылар һаны үлеүселәр һанынан 9,4 процентҡа артҡан, тәбиғи үҫеш 5089 кеше тәшкил иткән.
29.01.16
×
|
Төбәктә бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләү мәсьәләләре буйынса «ҡы
Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы мәсьәләләре буйынса бюджет учреждениелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре өсөн «ҡыҙыу линия» асылды. Мөрәжәғәттәр (347) 218-06-57 (Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хеҙмәт хаҡын түләү һәм йәшәү кимәле бүлеге) телефоны буйынса ҡабул ителә.
27.01.16
×
|