Яңылыҡтар
Рәсәйҙәрҙең 2018 йылда нисек ял итәсәге билдәле булды
Хеҙмәт министрлығы рәсәйҙәрҙең 2018 йылда нисек ял итәсәген билдәләне. Документ норматив-хоҡуҡи акттар проекттары порталында баҫылған.
20.06.17
×
|
Башҡортостанда йылына 7 процент менән тәүге ипотека кредиттары бирелде
Башҡортостанда торлаҡ өсөн аҡса туплау программаһы буйынса тәүге ипотека кредиттарын биреү башланды.
19.06.17
×
|
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн пособиены ике тапҡырға арттырырға ниәтләйҙәр
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күләмен ике тапҡырға, ай һайын өстән алты меңгә тиклем арттырырға ниәтләйҙәр. Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов «ТАСС» агентлығына хәбәр итте, «Владимир Путин менән тура бәйләнеш» барышында Өфө табибының һорауына аңлатма биреп.
16.06.17
×
|
Владимир Путин менән тура эфирҙа Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙы күрһәттеләр
Владимир Путин менән тура эфирҙа Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙы күрһәттеләр. Был хәл Өфөләге «Әсә һәм бала» госпиталенән тура эфирға сыҡҡан мәлдә булды. Миллиондарса тамашасы яңы ғына клиникала донъяға килгән улы менән бәхетле атайҙы күрҙе. Ғаилә башлығы Артур Сухарев икенсе улының 3800 ауырлыҡта һәм 54 сантиметр булып тыуыу шатлығы менән уртаҡлашты. Ата-әсә улдарына Михаил тип исем ҡушырға уйлай.
15.06.17
×
|
Башҡортостанда иң яҡшы урман ҡырҡыусылар асыҡланды
Республиканың Белорет районы биләмәһендә урман йығыусылар араһында «Урман ҡырҡыусы-2017» Рәсәй чемпионатының төбәк ярыштары уҙҙы.
14.06.17
×
|
Республикала уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды
Төбәктең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың мартында Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 28 094 һум тәшкил иткән.
13.06.17
×
|
Рәсәй почтаһы байрамдарҙа эш графигын хәбәр итте
Рәсәй почтаһы алдағы байрам көндәрендә эш графигын хәбәр итте. Йәкшәмбе, 11 июндә, почта бүлексәләре бер сәғәткә аҙыраҡ, йәғни киске 5-кә тиклем эшләй. 12 июнь, дүшәмбе – ял көнө.
09.06.17
×
|
Башҡортостанда 389 ҡала мөхите объекты төҙөкләндереләсәк
Башҡортостандың 23 муниципалитеты «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» проектында ҡатнашыу буйынса үҙ программаларын раҫланы, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтендә. Бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә йәмәғәт тыңлауҙары уҙғарылған һәм объекттар исемлеге билдәләнгән.
08.06.17
×
|
Һабантуй - 2017
Ағымдағы йылдың 4 июнендә Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында, мосолман халҡының яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға арналған “Һабантуй” байрамы үтте.
08.06.17
×
|
2017 йылда төбәктә заманса ҡала мөхите булдырыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә
2017 йылда «Заманса ҡала мөхите булдырыу» өҫтөнлөклө проектын финанслауҙың дөйөм күләме 1 миллиард 32 миллион һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 856,64 миллион һум, республика бюджетынан 175,45 миллион һум тәшкил итәсәк, тип хәбәр итә республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
07.06.17
×
|
Башҡортостанда юғары уҡыу йорттарының йәш ғалимдарын-студенттарын ғилми эштәр конкурсында ҡатнашырға саҡыралар
Йәш ғалимдарҙы – Өфө һәм республика юғары уҡыу йорттары студенттарын иң яҡшы ғилми эш конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Конкурс студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген дәртләндереүгә йүнәлтелгән һәм төбәктең ғилми йәштәренә төрлө ғилми өлкәләрҙәге асыштарын күрһәтеү мөмкинлеге бирә, уның һөҙөмтәләре республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, ойоштороусылар иҫәпләүенсә, конкурс республиканың алдынғы юғары профессиональ белем биреү ойошмаларының уртаҡ фундаменталь һәм ҡулланма тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәлелеген арттыра.
06.06.17
×
|
Башҡортостан яҙ йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәренең экологик рейтингында үҙ позицияларын яҡшыртты
«Йәшел патруль» дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы 2017 йылдың яҙ йомғаҡтары буйынса сираттағы экологик рейтингын төҙөнө. Башҡортостан дөйөм рейтингта, бынан алдағы йомғаҡтар менән сағыштырғанда ике баҫҡысҡа күтәрелеп, үҙ позицияларын яҡшыртты һәм 57-се урынды биләне. Волга буйы федераль округы субъекттары араһында республика 10-сы урынға сыҡты.
05.06.17
×
|
Балаларҙың бөтә ял итеү урындары айырым контролдә булырға тейеш – Рөстәм Хәмитов
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов балаларҙың ял итеү урындарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә арналған Башҡортостан Республикаһының террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын уҙғарҙы. Шулай уҡ йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы осоронда балаларҙың ялын һәм уларҙың һаулығын нығытыуҙы бойомға ашырыусы ойошмаларҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин иткән ҡануниәтте үтәү мәсьәләләре тикшерелде.
02.06.17
×
|
Республика социаль-иҡтисади үҫеш менән иң яҡшы 10 төбәк иҫәбенә инде
Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 10 төбәк иҫәбенә инде. Был «Рәсәй бөгөн» дәүләт медиагигант структураһында булған «Рейтинг» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы төҙөгән төбәктәрҙең социаль-иҡтисади торошо рейтингының мәғлүмәттәре.
01.06.17
×
|
Июндә республика халҡын ике өҫтәмә ял көнө көтә
Июндә Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө һәм Ураҙа байрамы уңайынан ике өҫтәмә ял көнө көтә.
31.05.17
×
|
Республикала эшһеҙҙәр һаны кәмегән
Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны аҙайған, тип хәбәр итәләр мәшғүллек хеҙмәтенән. Әгәр йыл башында төбәктә 23,6 мең эшһеҙ булһа, әле иһә уларҙың һаны 22,7 меңгә тиклем кәмегән.
29.05.17
×
|
Башҡортостанда 17,5 мең самаһы 11 класс уҡыусыһы мәктәп менән хушлаша
25 майҙа Башҡортостанда 17,5 мең самаһы 11 класс уҡыусыһы мәктәп менән хушлаша. Дөйөм белеү биреү йорттарында тантаналы саралар уҙғарыла, уҡытыусыларҙың юл теләктәре, уҡыусыларҙың рәхмәт һүҙҙәре яңғырай һәм, әлбиттә, һуңғы ҡыңғырау сыңлай.
25.05.17
×
|
Хеҙмәт министрлығы иң юғары эш хаҡы булған тармаҡтарҙы атаны
Былтыр иң юғары эш хаҡын финанс тармағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр алған, тип белдерҙеләр Рәсәй Хеҙмәт министрлығында. Иң түбән табыш – аграр сәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрендә.
24.05.17
×
|
Балалар баҡсаһы өсөн түләүгә компенсацияларҙы кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде
Башҡортостанда ғаиләләрҙең бөтә категорияларына балалар баҡсаһы өсөн түләүгә ата-әсәләргә компенсацияларҙы кире ҡайтарыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде: беренсе бала өсөн — 20, икенсеһенә — 50, өсөнсөһөнә 70 процент.
22.05.17
×
|
Быйыл Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыла
Быйыл Башҡортостанда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы арттырыла. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәтенең «2017 йылда Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу буйынса саралар тураһында»ғы ҡарар проекты ҡабул ителде.
18.05.17
×
|
Республика халҡы «Еңеү ғаиләһе» проектында ҡатнаша ала
Отечество.ру мәҙәни-мәғрифәтселек порталында «Еңеү ғаиләһе» бүлеге булдырылған. Уны тулыландырыуҙа Рәсәй һәм башҡа дуҫлыҡ мөнәсәбәтендәге илдәрҙең граждандары ҡатнаша ала. Бының өсөн Бөйөк Ватан һуғышын кисергән туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың тарихын яҙып ебәрергә кәрәк.
17.05.17
×
|
Республикала тәүге бала тыуғанда «торлаҡ» түләүенә ғаризалар ҡабул ителә башланы
15 майҙан Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тәүге бала тыуғанда ғаиләгә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе алыуға ғаризалар ҡабул итә башланы.
16.05.17
×
|
Константин Толкачев Һуңғы ҡыңғырау көнөндә «ҡоро закон»дың үтәлешен тәьмин итергә саҡыр
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев хоҡуҡ һаҡлау органдарын һуңғы ҡыңғырау көнөндә «ҡоро закон»дың үтәлешен тәьмин итергә саҡырҙы. Үткән йылдың декабрендә Дәүләт Йыйылышы депутаттары «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү һәм әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында республика биләмәһендә алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы күҙ уңында тота. Ағымдағы йылдың ғинуарынан яңы закон көсөнә инде. Ошондай сикләү 25 майҙа тәүге тапҡыр ҡулланыла.
15.05.17
×
|
Рәсәй Хөкүмәтендә страховка пенсияһын алыу тәртибе ябайлаштырылды
Хөкүмәт страховка пенсияларын билдәләү өсөн страховка стажын иҫәпләү ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерҙе. Атап әйткәндә, I төркөм инвалидын, инвалид баланы йәки 80 йәшкә еткән оло кешене тәрбиәләгән осорҙо раҫлауҙың ябайлаштырылған тәртибе күҙ уңында тотола, тип хәбәр итә ТАСС.
12.05.17
×
|
Республикала уртаса эш хаҡы билдәле булды
Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл февралдә республикала уртаса эш хаҡы 26 998 һумға еткән.
11.05.17
×
|