Прямая речь

Мы делаем всё для того, чтобы наши ребята вернулись живыми и здоровыми.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

Хөрмәтле уҡыусылар, студенттар! Хөрмәтле уҡытыусылар, атай-әсәйҙәр!

Һеҙҙе яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ! 1 сентябрь -  үҙенсәлекле байрам, ул кешеләрҙең яңылыкка,  белемгә ымтылыуын символлаштыра.

01.09.16
12 сентябрь Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителде

Ҡорбан байрамы уңайынан 12 сентябрь Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителде. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда республикала 10,11 һәм 12 сентябрь ял көндәре булып тора.

31.08.16
Башҡортостанда Экология йылының иң яҡшы эмблема проектына һәм слоганына конкурс дауам итә

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылының эмблемаһына һәм слоганын эшләү конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.

 

 
30.08.16
2016 йылдың икенсе кварталында республикала йәшәү минимумы 8839 һум тәшкил итте

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2016 йылдың беренсе кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 8839 һум күләмендә билдәләнде.

24.08.16
Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының беренсе съезында 500-ҙән ашыу кеше ҡатнаша

Бөтә Рәсәй башҡорт йәштәре ҡоролтайының беренсе съезы 500-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерәсәк. 24 августа «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов ошо хаҡта хәбәр итте.

24.08.16
Республикала Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа киң мәғлүмәт сараларында агитация башланды

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында һайлау агитацияһы башланды. Кандидатлыҡҡа тәҡдим ителгәндән һуң Дәүләт Думаһындағы урындарға дәғүә итеүселәр листовкалар тарата, баннерҙар һәм плакаттар ҡуя башланы. Телевидение-радиола, ваҡытлы матбуғатта агитация һайлауға 28 көн ҡалғас башлана. Ул 17 сентябрҙә тамамлана, тип аңлатма бирҙеләр республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында. Тауыш биреү көнөндә агитация үткәреү тыйыла.

23.08.16
2017 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханы расписаниеһы билдәле булды

2017 йылғы Берҙәм дәүләт имтиханы расписаниеһы билдәле булды. Төп этап 26 майҙан 30 июнгә тиклем уҙа. 14 марттан 7 апрелгә тиклем имтиханды ваҡытынан алда тапшырырға мөмкин. Расписаниеның проектын Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт әҙерләгән.

19.08.16
Берҙәм тауыш биреү көнөнә тиклем теүәл бер ай ҡалды

Берҙәм тауыш биреү көнөнә тиклем теүәл бер ай ҡалды. 18 сентябрҙә илдә һайлау участкалары асыла һәм тауыш биреү башлана. 2016 йыл — етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау йылы.

18.08.16
Төбәктә нисә эшҡыуарҙың «һалым каникулдары» менән файҙалана аласағы иҫәпләп сығарылды

Башҡортостанда нисә эшҡыуарҙың «һалым каникулдары» менән файҙалана аласағы иҫәпләп сығарылды. Бәләкәй бизнесҡа һалымдың нуль ставкаһына мөмкинлек биргән республика законы бер йыл эшләй. Башҡортостан буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығында билдәләүҙәренсә, сәнәғәт һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе тармағында тәүгә теркәлгән шәхси эшҡыуарҙарға ике йыллыҡ каникулдар ҡаралған. Льгота патент (аванс) йәки ябайлаштырылған системаны ҡулланған бәләкәй предприятиеларға бирелә.

12.08.16
Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле осрашыуы булды. Төбәк етәксеһе Владимир Путинға республикалағы социаль-иҡтисади хәл тураһында хәбәр итте.

08.08.16
Рөстәм Хәмитов «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект» проектын тормошҡа ашырырға тәҡдим итте

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған күләмле акция үткәреү башланғысы менән сығыш яһаны. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда ошо мөһим датаны билдәләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

05.08.16
Ярты йыл эсендә төбәктә 12 кеше наркотиктарҙан ағыуланып үлгән

Ярты йыл эсендә Башҡортостанда 12 кеше наркотиктарҙан ағыуланып, 91-е сифатһыҙ араҡы эсеп вафат булған. Ғинуар айынан июнгә тиклем наркотиктар (105) һәм спиртлы продукция (836) менән ағыуланыу осраҡтары теркәлгән.

03.08.16
Төбәктә Берҙәм дәүләт имтиханының яҡынса һөҙөмтәләре билдәле булды

Башҡортостан Мәғариф министрлығында Берҙәм дәүләт имтиханына яҡынса йомғаҡ яһалды. Республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Айбулат Хажин билдәләүенсә, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар эштәрҙе уҙған йылдарға ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарған.

01.07.16
Мосолмандар Ҡәҙер кисен ҡаршыларға әҙерләнә

Башҡортостан мосолмандары бөтә донъялағы диндәштәре менән бергә Ҡәҙер төнөн ҡаршыларға әҙерләнә. Ул изге Рамаҙан айының 27-се тәүлегендә билдәләнә. Быйыл байрам 1 июлдән 2-нә тура килә. Тап ошо төндә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре төшөрөлә башлаған.  

 

01.07.16
Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың ҡыҙыу линияһы эш башланы

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың ҡыҙыу линияһы эш башланы. 8 800 707 2016 номерына шылтыратыусылар — статистик күҙәтеү тураһында һорауҙарға яуап ала, Росстат белгестәре ауыл хужалығы иҫәбен алыу барышына мониторинг үткәрә ала.

28.06.16
Республикала 25 меңдән ашыу «рәсми» эшһеҙ иҫәпләнә

Бөгөн Башҡортостанда рәсми рәүештә теркәлгән 25,4 мең самаһы эшһеҙ иҫәпләнә. Сағыштырыу өсөн: йыл башында халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтендә 26 меңдән ашыу кеше иҫәптә торған.

27.06.16
Төбәктә Пенсия фондына керемдәр артҡан

Башҡортостанда Пенсия фондына керемдәр артҡан. Йыл башынан страховка иғәнәләренең суммаһы 33,9 миллиард һумға еткән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда 1,8 миллиард һумға күберәк. Май айында керемдәрҙең артыуы 109,2 процент тәшкил иткән, июндә — былтырғы кимәлгә ҡарата 114,7 процент, тип билдәләнеләр Пенсия фондының республика бүлексәһендә.

20.06.16
Башҡортостанда 25,6 мең эшһеҙ иҫәпләнә

Бөгөн Башҡортостанда рәсми рәүештә теркәлгән 25,6 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә.

20.06.16
Республикала вакансиялар һаны артҡан

Йыл башы менән сағыштырғанда, республикала «рәсми» вакансиялар һаны 23 меңдән 36 меңгә тиклем артҡан. Йыл башынан хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты 1,2-нән 0,8-гә тиклем кәмегән.

16.06.16
Мәғариф министрлығында — яңы министр урынбаҫары

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән Филүс Минәзев республиканың мәғариф министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында баш белгес, кәңәшсе вазифаһын биләгән.

09.06.16
Республикала бензинға хаҡ артты

«Башнефть» автозаправкалау станцияларында бензиндың бер литры 50 тингә, йәки уртаса 1,4 процентҡа ҡиммәтләнде.

06.06.16
Башҡортостанда уҙған йылда килемдәре кәмегән тармаҡтар билдәләнде

2015 йылда Башҡортостанда бер нисә тармаҡ предприятиеларының килеме кәмегән. Транспорт, элемтә, финанс эшмәкәрлеге, күмәртә сауҙа күрһәткестәрен насарайтҡан. Былтыр ошо өлкә предприятиелары республика ҡаҙнаһына килемгә һалымды бер йыл элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ күсергән. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитетында төбәктең финанс министры Рида Собханғолова ошо хаҡта һөйләне.

03.06.16
Баш ҡалала тәҡдим ителгән иң юғары эш хаҡы — 200 мең һум

HeadHunter эш һәм хеҙмәткәрҙәр эҙләү сайтының тикшереүҙәр хеҙмәтендә асыҡланыуынса, май айында Өфөлә тәҡдим ителгән иң юғары хеҙмәт хаҡы 200 мең һум тәшкил иткән. Баш ҡаланың эш биреүселәре уртаса 25 мең һум вәғәҙәләй. Эш эҙләүселәр иһә 33 мең һумлыҡ хеҙмәт хаҡына риза.

02.06.16
Башҡортостанда 20 мең самаһы кеше рус теленән БДИ тапшыра Читать полностью: http://www.bashinform.ru/bash/858318/#ixzz4IiKJIzDW

Бөгөн, 30 майҙа, Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыралар. Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, имтихан ҡабул итеү пункттарына 20 мең самаһы кеше килә, уларҙың күбеһе быйыл мәктәп тамамлай. Республикала 104 имтихан тапшырыу пункты асылған.

30.05.16
Республикала йәйге һауыҡтырыу кампанияһына 1,5 миллиард һум тотоноласаҡ

Башҡортостанда балаларҙың ялын ойоштороуға һәм уларҙы һауыҡтырыуға 1 миллиард 566,2 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл республикала 2680 балалар һауыҡтырыу ойошмаһы үҙ ишеген аса. Волга буйы федераль округы төбәктәрен йәйге кампанияны үткәреүгә әҙерләү мәсьәләһе буйынса округ кәңәшмәһендә ошондай мәғлүмәттәр килтерелде. Сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алһыу Ғәйнетдинова рәйеслегендә уҙҙы.

24.05.16

Бит : << 5 6 7 8 9 10 11 12 13 >>
{podcenter}