Мәғариф

Уҡытыу, тәрбиә эштәренә лә ҡалала ҙур әhәмиәт бирелә. Ҡаланың  уҡыу-уҡытыу системаhында 17 дөйөм белем биреү, 1–се физика–математика лицейы, 1-се гимназия, мәктәп–интернат, асыҡ сменалы мәктәп, 6 өçтәмә белем биреү учреждениелары эшләй. Уҡыусыларҙың теләктәрен, hәләттәрен hәм мөмкинселектәрен иçәпкә алып, ҡалала математика, физика, сит телдәр, технологиялар фәндәрен тәрән hәм профилле өйрәнеү өсөн кластар, 10–сы урта мәктәптә кадет кластары асылған. Ишетеү hәм күреү hәләте түбән булған, психик үçеше тотҡарланған балаларға ҙур иғтибар бирелә. Һәр мәктәптә логопед, психологтар, социаль педагогтар эшләй. Әсә телен өйрәнеү буйынса уҡытыусылар тарафынан ентекле hәм эҙмә–эҙлекле эш алып барыла. Әсә телен 10 меңдән артыҡ бала өйрәнә, был уҡыусыларҙың 70 % тигәнде аңлата. Бынан тыш, башҡорт милләтенән булмаған балаларҙың 18% башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Телде hаҡлау, башҡа милләт халыҡтарына, уларҙың теленә, мәҙәниәтенә ихтирамлы булыу – hәр милләт халҡының бурысы. Беҙҙең республика халҡы телде, мәҙәниәтте, динде, ғөрөф–ғәҙәттәрҙе hаҡлап ҡала алды. Ҡалала 5 йылға яҡын башҡорт гимназияhы эшләп килә, уның яңы бинаһы 2006 йылдың 1 сентябрендә сафҡа индерелде.

Дата: 02.12.08      Баҫып сығарыу