Яңылыҡтар

Бит : 1 2 3 4 5 следующая
15.06.10

“НефАЗ” һәм диллер фирмалары

“Нефтекама автозаводы” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә йыл һайын уҙғарыла торған диллерҙар кәңәшмәһе үтте. Унда предприятиеның уҙған йылдағы диллер селтәре эшенә йомғаҡ яһалды.



10.06.10

Күсмә һатыуҙы ойоштороу буйынса кәңәшмә

Хәҙерге заманда шәхси эшҡыуарлыҡ менән һәр икенсе кеше шөғөлләнә тиергә мөмкин. Быға ҡарамаҫтан сауҙа итеү закондарын һәм тәртиптәрен бөтәһе лә белмәй. Ҡала хакимиәтендә күсмә һатыуҙы ойоштороу буйынса кәңәшмә үтте.



04.06.10

Пляж миҙгеле

Тиҙҙән пляж миҙгеле башланасаҡ. Ғәҙәттә сит илдәргә ял итергә бара алмаусылар урындағы һыу ятҡылыҡтарында ял итә. Әммә ҡала эргәһендәге йылғаларҙа ҡойоноу һаулыҡҡа зыян килтерергә мөмкин.



01.06.10

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы

Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында алдан яҙылыу буйынса акушер-гинекологка эләгергә һәм ауырлы булыу буйынса иҫәпкә баҫырға мөмкин. Медицина хеҙмәткәрҙәре кадрҙар етмәү мәсьәләһен ошо рәүешле сисергә тырыша.



31.05.10

Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы

Башҡорт дәүләт университеты Нефтекама филиалының фәнни донъяһы иң юғары кимәлгә ҡуйылған. 28 һәм 29 май көндө унда рәсәйҙең хоҡуҡи һәм сәйәси системаһын модернизациялау тигән рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.



28.05.10

Карнавалса тантаналы йөрөш

Нисек Йәштәрҙе сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итергә. Уларға асыҡ миҫал һәм сағыу тамаша күрһәтергә кәрәк. Бына инде икенсе йыл рәттән   ошо маҡсат менән беҙҙең ҡалала  Карнавалса тантаналы йөрөш уҙғарыла. Был байрам Әүҙем һәм ижади йәштәр тарафынан ойошторола.



27.05.10

Һәләтле балалар слеты

Ҡала уҡыусылары һәләтлеләр  йондоҙлоғона  йыйылды. 26 май көндө Нефтекамала һәләтле балалар слеты үтте.



24.05.10

Пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан республикаһы беренселеге

21 майҙан 22 нә тиклем Өфөлә 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында пауэрлифтинг буйынса Башҡортостан республикаһы беренселеге үтте. Ярышта 13 ҡаланан спортсылар ҡатнашты. Нефтекаманан Венед балалар һауыҡтырыу үҙәге булды.Улар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. “Ягуар” форум үҙәгендә быға арналған матбуғат –конференцияһы ойошторолдо.



22.04.10

Иммунизациялау аҙналығы

26 апрелдән 1 майға тиклем Европа иммунизациялау аҙналығы үтәсәк. Был сарала Башҡортостан Республикаһы ла ҡатнаша.



13.04.10

Экологик өмәләр

Яҙ тәбиғәттең һәм тормоштоң яңырған мәле. Урамдарҙа ҡар иреп бөттө, ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙар сыҡты. Ҡала предприятиелары йола буйынса урамдарҙы йыйыштырыра башланы. 



06.04.10

Иң яҡшы мәктәп формаһы эскизына бәйге

Мода үҙгәреүсән, шуға ла модельерҙарҙың төп бурысы - клиенттарҙың теләктәрен иғтибарға алып эш итеү. Иң дөрөҫ юл -   уларға үҙҙәренә эскиздар уйлап сығарырға мөмкинлек биреү.



22.03.10

Һөнәри байрам

Йәкшәмбе көндө сауҙа, халыҡты көндәлек хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы  хеҙмәткәрҙәре  үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был байрамға 20 йылдан күберәк булһа ла, ул коллектив эсендә генә уҙғарыла ине. Быйыл иһә ҙур байрам программаһы ойошторолдо.

 



18.03.10

Өҫтәмә вакцина эшләү башланды

17 марттан үҙәк ҡала дауаханаһында пандемик киҙеүгә ҡаршы   өҫтәмә вакцина эшләү башланды. Хәҙер иһә һәр теләүсе прививка яһатырға мөмкин.



02.03.10

Әсәлек капиталы

Әсәлек капиталы средстволарынан бер тапҡыр түләнә торған 12 мең һум аҡсаны алырға теләүселәрҙән документтар ҡабул итеү атамамланыуға бер ай ваҡыт ҡалды.

 



26.02.10

“Еңеүҙең 65 йыллығна арналған” юбилей миҙалдары

 2010 йылда беҙҙең илебеҙ Рәсәй тарихындағы мөһим датаны, Бөйөк еңеүҙең 65 йыллығын билдәләй. Ҡалабыҙҙың ике меңдән артыҡ ветеранына юбилей миҙалдары тапшырыла. Наградалар һуғышта ҡатнашыусыларға ғына түгел, шулай уҡ тыл хеҙмәткәрҙәренә лә тапшырыла.

 

 



20.02.10

“Дуҫлыҡ моңо”

Нефтекама сираттағы “Дуҫлыҡ моңо” башҡорт һәм татар йырҙары Халыҡ - ара фестиваленә әҙерләнә.



04.02.10

Йорт хужалары ширҡәттәре

 

Ҡала халҡы йорттарҙы хеҙмәтләндереү менән Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы шөғөлләнеүенә инде күптән күнеккән. Әгәр ҙә сантехникаға  йәки электрға бәйле мәсьәләләр тыуһа, урындағы Торлаҡ файҙаланыу идаралығына мөрәжәғәт итәбеҙ. Әммә һуңғы ваҡытта йорт хужалары ширҡәттәре популярлаша бара.

 

 



03.02.10

Йылы йорт

Дуҫтары , әхирәттәре менән бергә йыйылып, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә һәр ҡатын-ҡыҙ ярата. Ә бына Энергетик ауылының оҫта ҡатын-ҡыҙҙары   хатта үҙҙәренең “Йылы йорт” тигән клубтарын да ойошторған.

 



28.01.10

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының барыһы ла телефон менән тәьмин ителәсәк.

Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының барыһы ла телефон менән тәьмин ителәсәк. Бөгөн илебеҙ буйынса уларҙан телефон ҡуйыуға 230 ғариза теркәлгән.



28.01.10

Был һандар һәр телефонда булырға тейеш!

112 һанын йыймайынса ла «Ашығыс ярҙам» ды саҡырып була.



Бит : 1 2 3 4 5 следующая

 

Адрес: г. Нефтекамск, Комсомол проспекты, 25
Телефон: (34783) 4-32-09
© 2010 Информационно-аналитический отдел администрации городского округа г.Нефтекамск adm_neft@presidentrb.ru