Мәҙәниәт

Бөгөнгө көндә бында 30 йәшкә тиклем 58 меңгә яҡын йәштәр йәшәй. Был ҡалалағы дөйөм халыҡ  hанының 44 % тәшкил итә. Йәштәр hарайы ҡала йәштәре өсөн мәҙәниәт үҙәге булып hанала. Бында “Шаяндар hәм тапҡырҙар клубы”, “Студент яҙы”, “Йәш ғаилә”, “Нефтекама гүзәле”, “Һылыуҡай”, “Данко” кеүек конкурстар үткәреү матур йолаға әүерелде. Шуныhы ҡыуаныслы: был конкурстарҙа еңеүселәр республика hәм Рәсәй кимәлендә лә призлы урындар яулай. 12 йылдан ашыу 7 клубты берләштергән “Октава” йәштәр берекмәhе уңышлы эшләп килә.

Дата: 02.12.08      Баҫып сығарыу
{podcenter}