Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

01.02.11

Түңәрәк өҫтәл

Түңәрәк өҫтәлдәр йәштәрҙең тын алышын тойомлап, киләсәккә пландары, уй-хыялдары менән танышырға мөмкинлек бирә. Октава үҫмерҙәр клубында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” артында барған осрашыу йәнле лә, ҡыҙыҡлы ла һәм шул уҡ ваҡытта файҙалы ла үтте.  Был осрашыуға эске эштәр идаралығының бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге, йәштәр комитетының социаль-психологик ярҙам күрһәтеү хеҙмәте вәкилдәре һәм берләшмә педагогтары йыйылды. Бөгөнгө көн йәштәренең проблемаларына, перспективаларына байҡау яһау, киләсәккә матур, изге пландар ҡороу, фекерҙәр, тәҡдимдәр менән уртаҡлашыу осрашыуҙың төп маҡсаты булды. Түңәрәк өҫтөл артында ихтирам итә белеү, үҙ дәрәжәңде төшөрмәү, комендант сәғәте, экстремизм кееүек темалар өҫтөнлөк алды.
 
Беҙ 2010 йылда хоҡуҡ боҙоу һәм енәйәт эштәрен профилактикалау буйынса программа әҙерләнек, бөгөнгө сара ошо программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла, ти Октава үҫмерҙәр клубы берләшмәһе директоры Лариса Әкрәмова
Был сарала педагогтар һәм белгестәр үҫмерҙәргә йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булыр өсөн нисек үҙеңде тоторға, йәштәрҙең комендант сәғәте һәм экстремизмға мөнәсәбәтен асыҡларға тырышты. Уҡыусылар белгестәрҙе тыңлап ҡына ҡалманы, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы ла бирҙе, бәхәсләште, фекер алышты. Йәшлек дәрте менән ниндәйҙер изге эштәр башҡарырға, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы булырға тырышырға кәрәклеге һыҙыҡ аҫтына алынды. Барыһы ла йәштәрҙең үҙенән, башланғыстарҙың нигеҙле, ныҡлы, маҡсаттарҙың изге булыуынан тора, тип билдәләне белгестәр

{podcenter}