Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.02.11

Эш менән тәьмин итеү

Яңы йылдың беренсе айы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге өсөн уңышлы булған тип әйтергә була. Эш вакансиялары артып киткән, эшһеҙҙәр һаны күпкә булмаһа ла, кәмегән.
Халыҡ элеккесә эш менән тәьмин итеү үҙәгенә вакантлы урын эҙләп килә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса нефтекамала бөгөнгө көндә меңгә яҡын эшһеҙҙәр иҫәпләнә. Үткән йыл менән сағыштырғанда 50 кешегә әҙерәк. Ә бына икенсе йүнәлештә уңыштар күберәк булып сыҡҡан. Тулы булмаған эш көнө режимында эшләүселәр һаны 75 процентҡа кәмегән.
 
  Үткән йыл ҡаланың 17 предприятиеһында тулы булмаған эш көнө режимында 17 меңдән артыҡ кеше эшләгән булһа, быйыл ундайҙар ҡаланың 4 предприятиеһында 3 мең ярым самаһы ҡалды, ти халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры Владимир Васин.
 
Владимир Васин белдереүенсә 2011-се йылда төп маҡсат - өлгәшелгән эш нәтижәһен ошо кимәлдә ҡалдырыу.
Владимир Трофимович билдәләүенсә, яңы 2011-се йыл башында вакансиялар һаны артҡан. 2010-сы йыл менән сағыштырғанда 3 тапҡырға тиерлек,  вакансиялар һаны 130-ҙан 400-гә күтәрелгән.  Күпселек Нефтекама автозаводы эшселәр ҡабул иткән. Ғинуар айында ғына заводҡа 200-ҙән артыҡ кеше эшкә урынлашҡан. Февраль айында тағы ла 150 кеше ҡабул итеү ҡаралған. Автозаводҡа газ менән иретеп йәбештереүселәр, токарҙар, станоксылар һәм буяусылар кәрәк.
Ҡала буйынса һатыусылар, официанттар, тегенселәр, разнорабочийҙар ҙур һорау менән ҡуллана. Вакансиялар менән тулыраҡ эш менән тәьмин итеү үҙәге сайтында танышырға була. Сайттың  адресы www.neftekamsk.bashzan.ru

{podcenter}