Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

03.02.11

Компьютер грамотаһына өйрәтеү буйынса курстар

Китапхана үҙәгендә өлкән йәштәге кешеләрҙе компьютер грамотаһына өйрәтеү буйынса курстар ойоштороласаҡ..
 
Ошо көндәрҙә электрон китапхана хеҙмәткәрҙәре пенсия йәшендәге кешеләрҙе компьютер грамотаһына өйрәтеү буйынса  курстар ойоштора. Был курстар персональ компьютер менән эш тәжрибәһе булмаған пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнгән һәм уларҙың йәш һәм психологик үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп әҙерләнгән. Курстарҙа пенсионер апайҙар һәм ағайҙар  стандарт программалар менән танышасаҡ, Интернет серҙәренә төшөнәсәк, электрон почта менән эш итә белергә лә өйрәнәсәк. Компьютер курстарын үткән өлкән йәштәге кешеләр  буш ваҡыттарын ҡыҙыҡлы итеп үткәреп кенә ҡалмайынса, компьютер аша музыка тыңлай йә иһә яратҡан киноһын, сериалын да ҡарай аласаҡ. Шулай ҙа иң мөһиме - үҙ-ара аралашыу, сөнки бер кемгә лә сер түгел, лайыҡлы ялға сыҡҡас, күптәрҙең күңел серен сисер, эстәгене бушатыр, оҙайлы итеп һөйләшер кешеһе аҙ.
Уҡыуҙар 7 февралдә башлана. Дәрестәргә аҙнаһына 3 тапҡыр йөрөргә кәрәк буласаҡ, төркөмдә 10 кеше ҡаралған, курстарға Ленин урамы 30-сы һанлы йортта урынлашҡан китапхана үҙәгенә барып яҙылырға мөмкин, белешмәләр өсөн телефон 4-44-01.

{podcenter}