Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.01.11

Таланттар йондоҙлоғо

Таланттар йондоҙлоғо йыр театры үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

Театр элгестән башланһа, таланттар йондоҙлоғо театры мәктәп синтезаторы алдында йырҙар йырлауҙан башланған. Коллектив етәксеһе Любовь Щербакова 10 йыл элек асылған вокал түңәрәге ошондай  ҙур театрға әйләнер  тип уйламаған да.
 
Беҙ үҙебеҙҙең студияны театр тип атаныҡ, сөнки балалар бында йырҙар ғына йырламай, һәр сығыштарына улар ниндәйҙер театр өлөшө лә индерә., ти етәксе Любовь Щербакова.
Йыр театрында шөғөлләнеүсе һәр кем тиерлек ҡала, республика, хатта Бөтә Рәсәй конкурстарының призеры исеменә лайыҡ булған. Шуға ла халыҡта Таланттар йондоҙлоғон нефтекама “йондоҙҙар фабрикаһы” тип тә йөрөтәләр. Шулай ҙа, етәксе Елена Викторовна әйтеүенсә ижадты сәнәғәт ағымына ҡуйырға мөмкин түгел, «йондоҙҙарҙы штамплау” тигән һүҙбәйләнеш ҡулланыу  бөтөнләй урынһыҙ.
 
 Беҙ сәхнәлә “йондоҙҙар” күберәк булһын тип ынтылмайбыҙ. Балаларҙы ҙур тормошта үҙ урынын табырға, киләсәктә яратҡан һөнәрен һайларға ярҙам итергә тырышабыҙ, ти Любовь Щербакова.
 
Бөгөнгө көндә “Таланттар йондоҙлоғо”нда тиҫтәләгән ҡыҙҙар һәм малайҙар шөғөлләнә, уларҙың бөтәһен дә йырға мөхәббәт берләштерә. Күптән түгел улар “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында отчет концерты менән сығыш яһаны. Зал тамашасылар менән тулы ине, тамашасылар йәш йондоҙҙарҙы көслө алҡыштарға күмеп ҡаршы алды ә был иһә , бер һүҙһеҙ, коллективтың күптән тамашасы һөйөүен яулауы тураһында һөйләй.

 

{podcenter}