Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

27.01.11

Яңы график

 

31-се ғинуарҙан Нефтекама ҡала дауаханаһының ҡан ебәреү бүлеге донорҙарҙы яңы график буйынса ҡабул итә башлаясаҡ.
Ағымдығы йылдың февраль айынан ҡан ебәреү бүлеге яңы режимда эшләй башлаясаҡ. Ҡанды шишәмбенән кесаҙнаға тиклем генә ҡабул итәсәктәр, йәғни аҙнаһына 3 көн булып сыға. Ҡан ебәреү ваҡыты элеккесә ҡала -  иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 12 сәғәткә тиклем. Графиктың үҙгәреүен медицина хеҙмәткәрҙәре республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан ҡуйылған яңы эш пландары менән аңлата.
Графиктың үҙгәреүе Һаулыҡ һаҡлау министрлығының элеккегә ҡарағанда планды күпкә әҙәйтеүенә бәйле. Үткән 2010-сы йылда беҙ 2000 литр ҡан алырға тейеш булһаҡ, быйыл был һан 1050 литрға ҡалдырылды, ти ҡан ебәреү бүлеге мөдире Владимир Сычев.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡанды 18 йәше тулған һәр кем бирә ала, тик алдан табип ҡарауы үтергә генә кәрәк.

 

{podcenter}