Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

04.02.11

Ҡала ЗАГС бүлегендә

Ҡала ЗАГС бүлегендә 2010-сы йылға йомғаҡ яһалды. 2009-сы йылға ҡарағанда никахлашыу һәм тыуымдың артыуы күҙәтелә, айырылышыу һәм үлемдәр һаны кәмегән.

2010-сы йыл ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре өсөн ысын мәғәнәһендә уңышлы булған тип әйтергә була. Үткән йылда 2000-гә яҡын сабый донъяға килгән, дөрөҫөрәге тыуыу тураһында таныҡлыҡ 1923 сабыйҙың ата-әсәһенә тапшырылған. Был 2009-сы йыл менән сағыштырғанда 23 танытмаға күберәк.
Бер меңдән ашыу никах теркәлгән, был һан  үткән йылдыҡынан 100-гә  күберәк.
Айырылышыуҙар һаны кәмегән, 2009-сы йылда 600-ҙән артыҡ пар тарҡалһа, 2010-сы йылда ундайҙар һаны 560-ҡа ҡалған.
Үлем үткән йыл кимәлендә ҡалған, яҡты донъя менән 1273 кеше хушлашҡан.
Ә инде яңы 2011 –се йыл башынан ҡала ЗАГС бүлегендә 13 никах, 9 айырылышыу теркәлгән, тыуыу тураһында таныҡлыҡ 41 сабыйыҙың ата-әсәһенә тапшырылған, 63 кеше вафат булған.
{podcenter}