Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.03.09

Нефтекама ҡалаһының Һылыуҡайы асыҡланды

 Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын, нәфислеген, саялығын баһалап, элек-электән төрлө бәйгеләр үткәрелгән. Бөгөнгө көндә лә был йола дауам итеп  гүзәл заттар араһында “Һылыуҡай” бәйгеһе ойошторола. Быйыл һылыуҡайҙар 10 март көндө Йәштәр һарайына көс һынашырға йыйылды.

“Һылыуҡай-2009” исеменә төрлө уҡыу йорттарынан бөтәһе 12 гүзәл ҡыҙ  көс һынашты. Ҡыҙҙар  алдында үҙҙәренең тәбиғи матурлығын ғына түгел, ә күңел матурлығын да күрһәтә белеү бурысы торҙо. Ә инде уларҙың һәләттәрен, саялығын,маһирлығын жюри ағзалары баһалап барҙы. Беренсе һынауҙа бәйгеселәргә үҙҙәре менән таныштырырға, уй-хыялдары менән бүлешергә мөмкинлек бирелде. Был һынауҙа уларҙың телмәрҙәренә ҙур иғтибар йүнәлтелде, ҡыҙҙарҙың телмәре саф башҡорт телендә яңғырарға тейеш ине.
Ҡатын-ҡыҙға әсә булыу бәхете бирелгән. Әсә кеше балаһына  үҙ наҙын,һөйөү хистәрен төрлө йыр-шиғырҙар аша ла еткерә. Бәйге ваҡытында һылыуҡайҙарға ла бер аҙға үҙҙәрен әсә ролендә хис итергә тура килде. Улар әсә булараҡ кескәйҙәренә өгөт-нәсихәттәрен еткерҙе, бишек йырҙарын башҡарҙы.
 Тәбиғәт биргән матурлыҡты һаҡлай ҙа белеү мөһим. Ҡатын-ҡыҙҙарға үҙҙәренең һомғол буйын, зифалығын һаҡлау өсөн сәләмәт тормош алып барыу кәрәк. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың спорт менән дуҫлыҡтары ла ҡаралды.
Шулай уҡ ҡыҙҙар алдында яҙғы кейемдәрҙе күрһәтеү һынауы ла торҙо. Уның барышында ҡыҙҙарҙың хәрәкәте,һынлылығы ҡаралды.
Ә инде һуңғы һынау булып ҡыҙҙарҙың һәләттәрен тикшереү торҙо. Был өлкәләлә ҡыҙҙарҙың ҡыйыулыҡтары, сәхнә маһирҙары булыуын күрһәтте.Кемдер тамашасыларҙы моңло, сихри тауышы менән арбаһа,кемдер өҙҙөрә баҫып бейеүе менән һоҡландырҙы.
Бөтә һынауҙарҙы ла үткәндән һуң, ҡыҙҙар өсөн иң тулҡынландырғыс мәл “Һылыуҡай-2009”исеменә лайыҡлыны һайлау ваҡыты етте. Баһалама ағзаларына береһенән-береһе һылыу бәйгеселәр араһынан еңеүселәрҙе билдәләү бурысы йөкмәтелде. Һөҙөмтәлә үҙенең матурлығы,нәфислеге һәм оҫталығы яғынан гран-приға машиналар төҙөү колледжы студенты Алһыу Ғәлиулинна лайыҡлы тип  табылды.
1-се урынды БДУ студенты Гөлнара Хәбирова, икенсене БДУ-ның Нефтекама филиалы студенты Регина Агишева, өсөнсө урынды ҡаланың 5 мәктәп уҡыусыһы Ленара Гәрәева яуланы. Башҡа бәйгеселәр ҙә илһамлыҡ,һөйкөмлөлөк, маһирлыҡ кеүек номинациялар буйынса бүләкләнде.

 

 

{podcenter}