Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.03.09

Ҡаланың 5 балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөмдәр асылды

Ҡалала балалар баҡсаларында кескәйҙәр өсөн урындар етмәү мәсьәләһе тора. Был мәсьәләне бер ни кимәлдә сисеү маҡсатында 5 балалар баҡсаһында өҫтәмә төркөмдәр булдырылды. Әлеге ваҡытта был төркөмдәр кескәйҙәрҙе ҡабул итергә әҙер. Ҡала хакимәте башлығы өҫтәлмә төркөмдәр эшләй башлар алдынан уларҙың торошо менән танышты.
  Ҡала хакимиәте башлығы Олег Руденко асыласаҡ 5 өҫтәмә төркәмдә лә булды. Балалар баҡсаларының уҡытыусылар, методик кабинет, һәм башҡа бүлмәләрҙе үҙгәртеп ҡороп өҫтәмә төркөмдәр булдырылған бүлмәләрҙе ҡараны. Был төркөмдәре ремонтлау   өсөн ҡала бюджетынан 7 миллион 500 мең һум аҡса бүленгән. Был аҡса бүлмәләрҙә иҙән, диуарҙарҙы буяуға,тәҙрә-ишектәр, электр селтәрҙәрен яңыртыуға сарыф ителгән.
Ә инде төркөмдәрҙе йыһазландырыуҙы ҡаланың 20 эшҡыуары үҙ өҫтөнә ала. Улар ярҙамында кескәйҙәр өсөн яңы карауаттар, уйын бүлмәләренә йыһаздар, уйынсыҡтар булдырылған.
Ҡала хакимиәте башлығы был төркөмдәрҙә нисә бала тәрбиәләнәсәге, уларҙың йәш үҙенсәлеге менән ҡыҙыҡһынды.

5 өҫтәмә төркөмгә бөтәһе 125 бала йөрөй башлаясаҡ. Уларҙың теҙмәһе билдәле. Кескәйҙәр мәғариф бүлегенән бирелгән путевкалар менән үҙҙәренең төркөмөнә киләһе ҡалды. Олег Руденко өҫтәмә төркөмдәрҙең балаларҙы ҡаршы алырға әҙерлеген ыңғай баһаланы.

{podcenter}