Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

02.04.09

БДУ-ның Нефтекама филиалы нигеҙендә Йәштәр Эшҡыуарлығы мәктәбе асылды

БДУ-ның Нефтекама филиалы нигеҙендә республика буйынса 4-се Йәштәр Эшҡыуарлығы мәктәбе асылды. Был мәктәптә студенттар,эшһеҙ йәштәр һәм йәш эшҡыуарҙар өсөн 2 аҙна дауамындағы курстар ойошторола.
 
Был курстар хәҙерге иҡтисади баҙар шарттарында йәштәр эшенең активлығын арттырырға булышлыҡ итеренә ышанып, Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған.Ҡала хакимиәте башлығының иҡтисад һәм сәнәғәт буйынса урынбаҫары Лилиә Зәйнуллина үҙ сығышында был курстарҙың хәҙерге осорҙа шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләүсе йәштәр өсөн ҙур ярҙам булыуын билдәләне.
   БДУ-ның Нефтекама филиалы уҡытыусылары  йәштәрҙе эшҡыуарлыҡ эше нигеҙҙәренә,бизнесты ойоштороу тәртибенә, документтар менән эш итеү белемен бирәсәк.Ике аҙна эсендә студенттар киләсәктә эште нимәнән башларға, килеп тыуған һорауҙар менән ҡайҙа барырға һәм кемгә мөрөжәғәт итергә кәрәклегенә өйрәнәсәк. Киләсәктә был курсты үтеүселәрҙе ҡала хәкимиәте, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаясаҡ.
Курстарҙың аҙағына йәштәр үҙҙәренең бизнес проекттарын әҙерләргә тейеш.Был эштәрҙең уңышлы тип табылғаны”йәштәр проекты”һәм “Башҡортостан Республикаһында бизнес-йәй” халыҡ-ара йәштәр фестивәле кеүек бәйгеләрҙә ҡатнашыуға тәҡдим ителә. ә инде бәйгелә грант яулай алыусыларға,уларға эшҡыуарлыҡ эшен башларға ҙур ярҙам буласаҡ.

{podcenter}