Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.04.09

91-се һөнәри училищеға бүләккә 3 компьютер тапшырылды

 Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте һәм ҡала банҡыларының береһе тарафынан 91-се һөнәри училищеға бүләккә 3 компьютер тапшырылды. Был студенттар өсөн ҙур бүләк булды. Сөнки әлегә тиклем   информатика дәрестәрендә уларға ике компьютер артында шөғөлләнергә тура килгән.

 91-се һанлы һөнәри училищела информатика дәрестәре 3-сө курстан уҡытыла башлай. Студенттар әлегә тиклем был дәрестәрҙә ике генә компьютерҙа шөғөлләнгән. Ә төркөмдәге 25 уҡыусыға был ике копьютер ярҙамында инорматика фәне нигеҙҙәрен өйрәтеү,әлбиттә,еңелдән түгел . Сөнки ҡайһы бер, копьютер ярҙамында өйрәнелергә тейеш материалдарҙы, һүҙҙәр менән аңлатыу ауырлыҡтар тыуҙыра.
Әлегә тиклем 25-әр  уҡыусынан торған төркөдәр ике өлөшкә бүленеп шөғөлләнгән. 1 компьютер артында 6-шар уҡыусыға эшләргә тура килә. Ә инде һәр студентҡа айырым компьютер артында шөғөләннергә ваҡыт әҙ булғанға күрә, улар дәрестең материалын тулыһынса үҙләштерә алмай. Шуға күрә студенттарға ҡарата талаптар ҙа түбәнерәк була.
Ҡала хакимиәте һәм ҡала банкыларының береһе тарафынан бүләк ителгән комьютерҙарҙың икеһе информатика кабинетына урынлаштырылыуы, был шартты күпкә яҡшырта.Был компьютерҙар әлбиттә, өр-яңы түгел. Шулай ҙа яҡшы торошота.
   3 комьютерҙың береһе башҡорт теле һәм әҙәбите кабинетында урын алған.. Сөнки башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр өсөн комьютерҙың булыуы мөһим.

 

 91-се һанлы училищела ауыл хужалығы өлкәһендә талап ителгән һәм башҡа һөнәрҙәр буйынса белем бирелә. Тәү ҡарамаҡҡа был һөнәр эйәләренә компьютерҙың кәрәклеге юҡ кеүек. Шулай ҙа замана талаптарына ярашлы һәр кемгә комьютер менән эшләй белеү мөһим.

{podcenter}