Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

20.04.09

Ҡала үҙәк дауаханаһы тағы бер яңы ҡорамал менән тулыланды

Ҡала үҙәк дауаханаһы тағы бер яңы ҡорамал менән тулыланды. Уҙған аҙнала дауаханаһының гинекология бүлегенә 800 мең һумға яҡын суммаға аппарат һатып алынды. Был ҡорамал ауыр һаналған операцияларҙы бәләкәй киҫелеш аша башҡарырға мөмкинлек бирәсәк.
 
Ляпораскопик таяу тип исемләнгән был апарат Казан ҡалаһының Эндомедиум заводында әҙерләнгән. Гинекология бүлегенең мөдире Мөғәлимә Хәлимулинна билдәләүенсә, был ҡорамал бәләкәй генә ек аша ауыр һаналған операцияларҙы башҡарырға мөмкинлек бирә.
Операция барышында бәләкәй еккә ҡорамалдың эндовидеокамераһы индерелә. Һәм уның ярҙамында табиб эстәге күренеште телевизор аша күҙәтә ала.
Был ҡорамал ярҙамында башҡарылған операцияларҙан һуң, тәндә ҙур косметик кәмселектәр ҡалмай һәм яраның төҙәлеү, кешеләрҙең һауығыу ваҡыты күпкә ҡыҫҡара. 
Был аппарат ҡайтарылғас, уны ҡорор өсөн махсус белгестәр саҡырыла.Улар бер юлы гинекология бүлегенең төҙөк хәлдә булмаған ҡорамалын да ремонтлай. Һәм бөгөнгө көндә операцияларҙы 3 ҡорамал ярҙамында башҡарырға мөмкинлек бар.
Ляпораскопик таяу менән эшләр өсөн табиптарҙың махсус сертификаттары булырға тейеш. Бындай сертифатҡа гинекология бүлегенең 3 табибы эйә. Киләһе аҙнанан улар ҡорамал ярҙамында операциялар эшләй башлаясаҡ.

{podcenter}