Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

23.04.09

Татар мәҙәниәте айлығы

Республика кимәлендә татар телендә баҫтырылған “Ҡыҙыл таң” гәзитен һәм “Әллүки” журналын нефтекамалылар яратып уҡый. Хатта, ҡаланың ижади кешеләре “Ҡыҙыл таң” гәзитендә, мәктәп уҡыусылары ”Әллүки”тип исемләнгән балалар журналында үҙҙәренең әҫәрҙәрен баҫтырып тора. Шуға күрә был матбуғаттың хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең уҡыусылары менән осрашыуға килде.
Гәзиттең баш мөхәррире Ләйсән Яҡупова залда йыйылыусыларҙы үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте.

Был осрашыуҙан тыш, татар мәҙәниәте айлығы сиктәрендә “Уйнағыҙ гармундар” тип исемләнгән байрам сараһы ойошторолдо. Бында ҡаланың оҫта гармунсылары татар халҡының милли уйын ҡоралында уйнау һәләттәрен күрһәтте.

{podcenter}