Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

21.04.09

Яҙғы һунарсылыҡ миҙгеле асылды

18-се апрель көндө яҙғы һунарсылыҡ миҙгеле асылды. Ул ун көн , йәғни 27-һенә тиклем дауам итәсәк. Был ваҡытта ҡыр ҡаҙына, ата өйрәккә, ҡурпысыҡҡа һунар итеү рөхсәт ителә.
 
Яҙғы һунарсылыҡ миҙгелендә ҡыр ҡаҙынан,ата өйрәктән һәм ҡурпысыҡтан тыш башҡа төр ҡоштарға һәм хайуандарға һунар итеү тыйыла. Һунарсылыҡ миҙгелендә аусыларға   осоп барған ҡоштарға атыу , автомобилдән, моторлы кәмәнән һунар итеү рөхсәт ителмәй. Сөнки был браконьерлыҡ һанала. Шулай уҡ  һунарсыларға һырлы ҡорал һәм ҡыҫҡа көбәкле мылтыҡ менән ҡулланырға ярамай.

Рөхсәт ителгән ҡоштарҙы махсус путевкалар буйынса ғына һунарларға мөмкин. Уларҙы Краснокама районы, “Ғәнимәткә аусылар” , “РОМ” һәм “Рубин” фирмалары һунарсылыҡ биләмәләрендә алырға була. Путевкаларҙың хаҡы ҡоштарҙың төрөнән һәм һунарлау ваҡытынан сығып билдәләнә.

{podcenter}