Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

06.05.09

Нефтекама ҡалаһы ҡала округында бер аҙна эсендә генә 28 янғын сығыу осрағы теркәлгән

Апрель , май, июнь айҙары янғын сығыу осраҡтары арта торған миҙгел. Был иһә баҡсасыларҙың биләмәләрендә сүп-сар яндырыуына бәйле. Һуңғы аҙна эсендә генә Нефтекама ҡалаһында янғын сығыу осрағы теркәлгән. Киләһе сюжетыбыҙҙа ентекләберәк.
 
Ут менән һаҡһыҙ ҡулланыу , мейестәрҙең төҙөк булмауы, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен һаҡламау - янғын сығыуҙың төп   сәбәптәре.
Бындай яуапһыҙлыҡ, хатта, үлем осраҡтарына ла килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, уҙған йылда янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән.
     Быйыл иһә , 30-сы апрель   көндө, Восход баҡсасылыҡ кооперативында сыҡҡан янғында бер ир кеше һәләк булған.  
Яҙ көндәрендә күптәр баҡсаларын таҙарта, сүп-сар ,ҡоро үлән яндыра. Һөҙөмтәлә янғын сыға. Был рәүешле закон боҙоусыларға янғын һүндереүселәп иҫкәртеүҙәр яһай. Әммә күп осраҡта был эш иҫкәртеүҙәр менән генә тамамланмай. Күптәргә административ штраф һалырға тура килә. Уның күләме : граждандар өсөн 500-ән 1000 һумға тиклем, ә вазифалы кешеләр өсөн 1000 -дән 2000 һумға тиклем.

{podcenter}