Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

29.08.11

Һәләтле балаларға – тейешле иғтибар

22 август көндө башҡорт гимназия-интернаты бинаһында “Һәләтле балаларға булышлыҡ итеү системаһын үҫтереү” тип исемләнгән  ҡала семинары булды. Бында ҡала мәктәптәренән һәләтле балалар менән эшләүсе һәм уҡыусылары менән төрлө кимәлдәге мәктәп олимпиадаларында еңеүсе йөҙгә яҡын уҡытыусы ҡатнташты. 

Любовь Чурина, ҡала мәғариф бүлегенең методик кабинетымөдире, үҙ сығышында уҙған уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса йомғаҡ яһаны, ҡала буйынса мәктәптәрҙең уҡыу-уҡытыу кимәле нисек, шуларға айырым туҡталып китте. Һуңғы өс йыл менән сағыштырғада әллә ни ҙур үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Шулай ҙа ҡала, республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашыусылар, призерҙар һәм финалистарҙың һаны арта бара. Шуға күрә лә һәләтле балалар менән айырым эш алып барырға кәрәк, уларҙың һәләтен үҫтереү өсөн яңы алымдар һәм алдынғы методтар ҡулланыу мөһим, тине  Любовь Чурина. Ҡала мәктәптәре араһында 1-се лицей, 1-се гимназия, 10-сы мәктәп, башҡорт гимназия-интернатытөрлө кимәлдәге олимпиадаларҙағы яҡшы күрһәткестәре буйынса бер-нисә йыл рәттән рейтингтың тәүге баҫҡыстарында торалар. Ә инде республика кимәлендә Нефтекама ҡалаһы мәктәп уҡыусыларының предметтар буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында, республика олимпиадаларында, төрлө фәни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып призлы урындар яулау буйынса III урында килә. Был, тәҡдим ителгән таблицаларҙан күренеүенсә, бик юғары күрһәткес. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында Нефтекама ҡалаһынан 9 уҡыусы еңеүсе булған (Өфө ҡалаһынан - 31, Стәрлетамаҡтан – 19). Уҡыусыларҙың бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеүендә, әлбиттә, уҡытыусыларҙың хеҙмәте ҙур. Шулай ҙа мәктәптәрҙә предметтар буйынса айырым түңәрәктәрҙең аҙ булыуы, күпселек мәктәптәрҙә  уларҙың бөтөнләй булмауы, өҫтәлмә түңәрәктәр ойоштороу өсөн сәғәттәр һанының аҙ булыуы, матди-техник базаның тейешле кимәлдә булмауы, һәләтле балалар менән эшләүсе махсус белемле уҡытыусыларҙың етешмәүе һәм башҡа етешһеҙлектәр һәләтле балаларҙың аң-белемен камиллаштырыуға тотҡарлыҡ булып тора.

Өфө ҡалаһынан килгән Мәғариф үҫтереү институты “Балаларҙың һәләтен үҫтереү үҙәге” директоры  Флорида Фәхретдинова ла һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм улар менән эшләү буйынса яңы программалар тураһында һөйләп үтте. Бер нисә йыл дауамында Башҡотостандың Мәғариф үҫтереү институты һәләтле балалар менән махсус шөғөлләнеүсе уҡытыусылар әҙерләүен, хаттакүп кенә ҡалаларҙа мәктәптәрҙә һәләтле балалар менән эшләү буйынса директор урынбаҫарҙары булыуын да билдәләп китте.  Баҡтиһәң, Башҡортостан Республикаһының һәләтле балалары тураһында мәғлүмәт банкы ла бар икән. Бөгөнгө көндә унда республикабыҙҙың 3500 һәләтле балалары тураһында мәғлүмәт тупланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был база ла тейешенсә тулыландырылмаған һәм етешһеҙлектәре байтаҡ.

Семинарҙың икенсе өлөшөндә йыйылған ҡунаҡтар секцияларға бүленеп, киләсәктә һәләтле балаларменән айырым эш алып барыу тураһында фекер алышыуға, тәжрибә уртаҡлашырға таралды. Унда төрлө предметтар буйынса маһирлыҡ-кластары күрһәтелде, сығыштар булды.

Мәғлүмәт

Яңы уҡыу йылында башҡорт гимназия-интернатына 1 класҡа 78 уҡыусы киләсәк. Дөйөм алғанда, 1 сентябрь көндө гимназия-интернат тупһаһынан 700-ҙән артыҡ уҡыусы атлап үтәсәк. Ә инде 10 класс уҡыусылары яңы профилле класта белем аласаҡ. Был физика-химия класы буласаҡ.

Ризәлә Шәйхинурова

{podcenter}