Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

29.08.11

Балалыҡ донъяһында

Ризәлә Шәйхинурова

Яңы уҡыу йылына мәктәптәр генә түгел, балалар баҡсалары ла әҙерләнә. Йыл һайын уларҙа төҙөкләндереү эштәре алып барыла, төркөмдәргә ремонт эшләнә.

Һуңғы йылдарҙа Нефтекамала тыуым арта, был ҡыуаныслы хәл. Мәҫәлән, әгәр 2008 йылда тыуым һаны 1846 бала булһа, 2010 йылда - 1913 бала, ә инде 2011 йылдың беренсе ярты йыллығына тыуым һаны 876 бала тәшкил иткән.

Әммә балалар баҡсаларында урын етмәү ата-әсәләрҙе борсоуға һала. Шуға ла күптәр бала тыуыу менән ҡала мәғариф бүлегенә балалар баҡсаһына путевка алыу өсөн сиратҡа баҫа. Шулай ҙа ике-өс йыл эсендә генә сират килеп етмәгән осраҡтар йышыраҡ. Ағымдағыйылдыңмайайынабалаларбаҡсаһынасиратта5418 балатора. Бөгөнгөкөндө6753 кескәйҙәрҡаланыңтөрлөбалаларбаҡсаларынайөрөй.Ҡала хаҡимиәте һәм мәғариф бүлеге өҫтәмә урындарбулдырыуөсөн байтаҡ эштәр башҡара. 2010-2011 уҡыу йылдарында, мәҫәлән, 34-се, 39-сы балалар баҡсаларында һәм Энергетик ауылының 2-се балалар баҡсаһында тейешле ремонт эштәренән һуңөс төркөм асыла һәм 60 кескәй малай һәм ҡыҙҙарға урындар булдырыла. Быйыл1 сентябргәиһә 2-се, 10-сы, 34-се  балалар баҡсаларында өҫтәмә ҡатнаш төрҙәгетөркөмдәр асыласаҡ. Улармәктәпкәсә йәштәге 70 баланы урынлаштырға мөмкинлек бирә.  

“2008-2012 йылдарҙа БашҡортостанРеспубликаһындамәктәпкәсәбелембиреүсистемаһын  үҫтереү” программаһына ярашлы, ике мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһын төҙөү күҙаллана. Уларҙың һәр береһе 220 урынға иҫәпләнгән.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, балалар баҡсаларын төҙөкләндереүҙә ойошма һәм предприятиеларҙан тыш, ата-әсәләр ҙә әүҙем ҡатнаша.

{podcenter}