Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

31.08.11

Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән!

Хөрмәтле нефтекамалар! Ҡәҙерле педагогтар, уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр!Ысын күңелдән һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайбыҙ!

1 – сентябрь – ул киләсәккә юл. Был юл һәр ваҡыт шыма һәм ҡаршылыҡһыҙ ғына булмай, әммә уның буйынса атлап ҙур асыштарға, уңыштарға өлгәшеү шуның өсөн дә ҡыҙыҡлы һәм күңелле.

Ҡотлауҙарыбыҙҙың иң ҡайнарын беренсе класҡа барыусыларға юллайбыҙ. Һеҙгә иң яҡшы билдәләр, мауыҡтырғыс мәктәп йылдары, белем алыуға бөтмәҫ-төкәнмәҫ ынтылыш теләйбеҙ.

Белем көнөндә ата-әсәләр ҙә тулҡынланыу кисерә. Һеҙгә ҙуртүҙемлек теләйбеҙ, балаларығыҙ менән бергә уларҙың уңыштарына ҡыуанығыҙ!

1 сентябрҙы йыл һайын айырым тулҡынланыу менән көтөп алыусылар – педагогтар. Һеҙгә талантлы, ныҡышмалы, рәхмәтлеуҡыусылар теләйбеҙ.

Бөтәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, эшегеҙҙә һәм уҡыуығыҙҙа ҙур уңыштар теләйбеҙ!

 

В. Громов, Нефтекама ҡалаһы

ҡала округы хакимәте башлығы.

 

Д. Крюков, Нефтекама ҡалаһы

ҡала округы Советы рәйесе.

{podcenter}