Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

29.08.11

Тырыш хеҙмәт – яҡшы һөҙөмтәләр

Ризәлә Шәйхинурова

Августа мәғариф хеҙмәткәрҙәренеңавгуст кәңәшмәһе булды. Унда ҡаланың бөтә мәктәптәренән директорҙар, директор урынбаҫарҙары, уҡытыусылар шулай уҡ ҡала хакимиәтенән дә вәкилдәр ҡатнашты.

Кәңәшмә эшендә Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Ю.Т.Ильясов, ҡала хакимиәте башлығы В.Б.Громов,ҡала округы Советы рәйесе Д.А.Крюков ҡатнашты. Пленар өлөштө ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г. Ә. Ишемғолова алып барҙы.  

Һәр йылды уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһала, ҡаҙаныштар һәм етешһеҙлектәргә байҡау эшләнә һәм алдағы уҡыу йылында хәл ителәһе мәсьәләләр билдәләнә. Йыйылған ҡунаҡтар алдында сығыш яһаусылар ошолар тураһында ентекләп һөйләне. Ҡала хакимиәте башлығы В. Б. Громов үҙ сығышында мәғариф эшсәндәрен ҡала округындағы хәлдәр менән таныштырып үтте, мәғариф өлкәһенә тейешле кимәлдә иғтибар, шулай уҡ финанс яҡтан да ярҙам күрһәтелеүен һыҙыҡ өҫтөнәалды. Ҡала бюджеты сығымдарының 64 % мәғариф өлкәһенә тура килә. Бынан тыш, хакимиәт башлығы уҡытыусыларға социаль ярҙам күрһәтеү, мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына төҙөкләндереү, уҡытыусы һөнәренең абруйын арттырыу һәм башҡа йәмәғәтселекте борсоған һорауҙарға туҡталып китте, көндәлек эштәге етешһеҙлектәрҙе һәм кәмселектәрҙе юҡ итеүгә иғтибарҙы арттырыу кәрәк, тип билдәләне.Сығышы һуңында яңы уҡыу йылына ҡала мәктәптәрен төҙөкләндереүҙә булышлыҡ иткән ойошма һәм предприятиеларға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Г. А. Руковишникова, ҡаламәғәрифбүлегеетәксеһе, педагогтарҙың эшенә ентекле анализ бирһә, уҡыусыларҙың уҡыуҙа өлгәшеүҙәренә баһа, уҡыу-уҡытыу эше, аттестация тураһында ентекле һөйләһә, БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Ю.Т.Ильясов иһә мәғарифтең дәүләт сәйәсәтенең иң мөһим йүнәлешенең береһе булыуы хаҡында сығыш яһаны. Башҡа уҡытыусыларҙың да мәғариф өлкәһендәге закондар, яңы йүнәлештәр тураһында сығыштары яңғыраны.

Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә уҡыу йылы йомғаҡтары һәм мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерлек эштәре буйынса бүләкләү тантанаһы булды. Бүләкләнеүселәрҙе һәм килгән ҡунаҡтарҙы ҡаланың ижади төркөмдәре һәм филармония солистары үҙҙәренең сағыу сығыштары менән ҡотланы.

Шулай итеп, Нефтекаманың 11 педагогы РәсәйФедерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы Почётграмотаһы, 10  -Башҡортостан РеспубликаһыМәғариф министрлығы Почётграмотаһы, 11 - ҡала округы хакимиәте Почётграмотаһы, 10-мәғариф бүлеге Почётграмотаһы менән бүләкләнде.

10 педагог “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.

11 педагог “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличныгы” билдәһе алды.

Алдағы уҡыу йылында ла уҡытыусыларға эштәрендә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, һаулыҡ, тыңлаусанһәм тырыш уҡыусылар теләйбеҙ.

{podcenter}