Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

31.08.11

Туйҙар гөрләй

Йәй айҙарындатуй үткәреү ғәҙәти күренеш. Әммә көҙ айҙарында никахлашыусылар һаны бермә-бер арта икән. Бының сәбәбе лә ябай  - көҙ өйләнешкәндәрҙең ғаиләһе ныҡ һәм бәхетле һанала.  Әйтәйек, ағымдағы йылдың август айында ғына 159 пар үҙҙәренең туйҙарын билдәләгән. Дөйөм алғанда, ай һайын уртаса 80-90 пар законлы никахҡа инә. Ҡалабыҙҙың загс бүлегенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл 700-ҙән ашыу никах теркәлгән. Шулар араһында ситтән килеүселәр ҙә байтаҡ.Уларбашлыса яҡын-тирә ауыл һәм райондарҙан. Август айына 61 пар ситтән килеп законлы никахтарын Нефтекама ҡалаһы загсында теркәгән. Шуныһы ла ҡыҙыҡлы, никахлашыусылар араһында сит ил кешеләре лә, Мәскәү, Ырымбурҙан килеүселәр ҙә бар икән.

Туйҙар йылдың ҡайһы миҙгелендә үтеүенә ҡарамаҫтан, ғаиләләр ныҡ һәм бәхетле булһын!

Р.Шәйхинурова.

{podcenter}