Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

21.05.09

"Һуңғы ҡыңғырау” байрамы

 Быйыл берҙәм дәүләт имтихандарын 26 майҙан башланыу сәбәпле, уҡыусыларҙың “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы 23 майға күсерелде. Нефтекама ҡалаһы мәктәптәрен тамамлаусы 1411 сығарылыш класс уҡыусыһы ла был байрамды үҙ мәктәптәре нигеҙендә билдәләне.

 
8-се һанлы мәктәпте тамамлаусы сығарылыш класс уҡыусылары “һуңғы ҡыңғырау” байрамын мәктәп вальсынан башланы. Уҡыусыларҙың белем усағы, уҡытыусылары менән хушлашыуға арналған байрам сараһы бер яҡтан моңһоу - бер яҡтан шатлыҡлы сығыштарҙан торҙо.Уҡыусылар башҡарған шиғырҙарҙа, йырҙарҙа 11 йыл яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәгән уҡытыусыларына ҡарата яғыраған рәхмәт һүҙҙәрендә хөрмәт һәм ихтирам хистәре сағылды.
Сара барышында мәктәп томошо менән хушлашып, яңы тормош юлына аяҡ баҫыусы уҡыусыларға мәктәп директоры, мәғариф бүлеге һәм ҡала хәкимиәте вәкилдәре изге фатихаларын еткерҙе. Уларҙың һәр береһе уҡыусыларға ауырлыҡтар алдында баш эймәй, алда көткән һынауҙарҙы уңышлы үтеүҙәрен теләне.
20-нән ашыу уҡыусыны үҙ ҡанаты аҫтына алған, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған класс етәксеһе-уҡыусыларҙың иң яҡын кешеһенә әүерелгән. Ландыш Исхакованың был беренсе сығарылышы түгел. Шулай ҙа ул һәр ваҡыт уҡыусыларынан ауырлыҡтар менән айырыла.
11 йыл дауамында мәктәп уҡыусыларҙың икенсе йортона, ә уҡытыусылар – уларҙың икенсе ата-әсәһенә әүерелгән. ә инде улар менән хушлашыу – уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың күңелендә лә моңһоулыҡ хистәре уята. Линира Шәнгәрәева әйтүенсә, бигерәк тә 11 йыл бергә уҡыған классташтары менән айырылыу улар өсөн бик ауыр.
Сарала уҡыусылар байрамдың символы-ҡыңғырауҙар менән бүләкләнде. Ҡыңғырауҙар сыңлауында бер үк ваҡытта һағышлы айырылышыу моңо һәм яңы торомош юлын асыу шатлығы яңғыраны.

 

{podcenter}