Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

28.05.09

Берҙәм дәүләт имтихандары башланды

26 май көндө Бөтә Рәсәй буйынса берҙәм дәүләт имтихандары башланды. Сығарылыш класс уҡыусылары беренсе имтихандарын биология һәм информатика фәндәре буйынса бирҙе. Нефтекама ҡалаһынан был фәндәрҙән һынауҙарҙы 300-ҙән ашыу уҡыусы үтте.
 
Ҡалала берҙәм дәүләт имтихандары ике мәктәп нигеҙендә барҙы. 12-се һанлы мәктәптә биология фәненән имтихан тапшырырға 140, 10-сы һанлы мәктәптә информатика фәненән 190 уҡыуысы йыйылды.Улар ҡаланың төрлө мәктәптәренән үҙ теләге менән был фәндәрҙән имтихан биреүҙе һайлаған уҡыусылар. Улар араһында имтихан алдындынан үҙен ышансылы тотоусылар ҙа, борсолоусылар ҙа бар.
Имтихан тапшырыусыларҙы линейкаға йыйыйғандан һуң,ойоштороусылар тағы бер ҡат экзамендың ҡағиҙәләрен ҡабатланы. Шунан инде комьютер тарафынан бүленгән теҙмәләр буйынса, 15-шәр уҡыусы аудиторияларға оҙатылды. Бүлмәләргә уҡыусыларҙың һәр береһенең пропуск, паспорттары тикшереп үткәрелде.
Сәғәт теүәл 10-да ойоштороусылар имтихандың эштәрен асты. Был эштәрҙе уыҡуысылар билдәле ваҡыт эсендә башҡарырға тейеш. Информатика фәне буйынса уҡыусыларға мәсьәләрҙе сисеү өсөн 4 сәғәт,ә биология фәненән 3 сәғәт ваҡыт бирелде.
Берҙәм дәүләт имтихандары билдәлнгән дөйөм тәртипкә ярашлы барҙы. Башҡортостан Республикаһының дәүләт имтихандары комисисияһы вәкиле Артур Галин билдәләүенсә, имтихан барышында бөтә ҡағиҙәләр контролдә тотолорға тейеш.
Шулай уҡ уҡыусыларға имтихан барышында кеҫә телефондарын ҡулланыу, 1 тапҡырҙан артыҡ кабинеттан сығыу ҡәтғи тыйылды.
Уҡыусылар алдында иһә был ҡәғиҙәләрҙе иҫтә тотоп,бөтә иғтибарҙарын имтихан эштәрен дөрөҫ сисеү бурысы торҙо.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, был көндө берҙәм дәүләт имтиханына килә алмаған уҡыусылар ҙа булды. Уларға иһә был һынауҙарҙы резерв көнөндә тапшырыу мөмкинлеге биреләсәк.

{podcenter}