Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

15.05.09

Капиталь ремонт

 Быйыл федераль адреслы программа буйынса ҡаланың 29 йортонда капиталь төҙөкләндереү эштәре уҙғарыласаҡ. Капиталь ремонт өсөн 277 миллион һум аҡса бүленгән.һәм бөгөнгө көнгә йорттарҙың 20-һендә ремонт эштәре башланған.

 Комсомол урамының 44-се Б йорто ла быйыл федераль адреслы программа буйынса төҙөкләдереләсәк йорттар иҫәбенә индерлегән. Йортта төҙөкләндереү эштәрен ”ЮНА” төҙөлөш-сауҙа компанияһы алып бара.Ремонт эштәре 23 апрелдән башланған. Бөгөнгө көнгә йорттоң электр һәм һыу менән тәмьин итеү системалары яңыртылған.Әлеге ваҡытта эшселәр йорттоң фасадын төҙөкләндереү менән шөғөлләнә.Тышҡы яҡтан йортто тулыһынса штукатурлау һәм уның өҫтөнән буяу эше башҡарыла.Фасадты ремонтлау тамаланғас, йорттоң түбәһен яңыртыу, подъезд тәҙрәләрен алмаштырыу ҡаралған. ”ЮНА” төҙөлөш-сауҙа компанияһының директор урынбаҫары Азат Әхмәтшин һөйләүенсә, планлаштырылған эштәр ваҡытында башҡарылып бара, эште тотҡарлаусы шарттар юҡ.
Был йортта йәшәүселәр капиталь ремонт үткәрелеүен инде күптән көткән. Дания Авлиярова һөйләүенсә, йәшәүселәр ҡала хакимиәтенә бер –нисә йыл рәттән йорттарын төҙөкләндереүҙе һорап хат яҙа. Быйыл иһә улар был бәхеткә ирешә.
 Капиталь ремонт үткәрелгән йорттарҙа , йәшәүселәрҙең ризалығы буйынса подъездарҙың алдын төҙөкләндереү эштәрен үткәреү ҡаралған. Был инде ишек алдындағы биләмәләрҙе йәшелләндереү, кәртләрҙе алмаштырыу һәм яңы эскәмйәләр ҡуйыу эштәре. Улар йорт капиталь төҙөкләндерелгәндән һуң башҡарыласаҡ.
Комсомол урамының 5-се һәм 44-се б йорттарында капиталь ремонт эштәрен беренселәрҙән тамамлау көтөлә. Июль айының баштарына төҙөкләндерелгән йорттар яңы ҡиәфәт аласаҡ.

 

{podcenter}