Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

12.05.09

Бөтәрәсәй халыҡ иҫәбен алыу

2010-сы йылда Бөтәрәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк. Нефтекама ҡалаһында был эш буйынса комиссия инде 2008-се йылдың 14 августында төҙөлгән. Бөгөнгө көндә улар халыҡ иҫәбен алыу сараһына әҙерлек эшен башланы ла инде.
Халыҡ иҫәбен алыу комиссияһына ҡала хакимиәте урынбаҫарҙары, Эске эштәр идаралағы, мәғариф , статистика бүлеге,  һәм башҡа өлкә етәкселәре инә. Әлеге ваҡытта улар тарафынан, 2010-сы йылдың октябрь айында үтәсәк халыҡ иҫәбен алыуға, ҙур әҙерлек эштәре башҡарыла. Ҡала һәм ҡалаға ҡараған биләмәләрҙә йәшәүселәр һаны буйынса мәғлүмәттәр йыйыла. Урам исемдәренең, йорт номерҙарының дөрөҫлөгө, уларҙың тейешле урында беркетелеүе тикшерелә. Былар барыһы ла ҡала планында теркәлеп бара.
Ә Эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре иһә  йәшәү урындары булмаған кешеләрҙең һанын асыҡлау буйынса эш башҡара. Улар тарафынан баҡсалар, гараждар, подвалдар, урмандар етди тикшерелә.
Шулай уҡ иҫәп алыуҙа ҡала халҡы ла әүҙем ҡатнашасаҡ.
Нефтекама ҡалаһында был сараға   600 меңгә яҡын кешене йәлеп итеү планлаштырыла. Регистраторҙар, экономистар , студенттар һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә учетта торған кешеләр күсереп яҙыусы ролен башҡарасаҡ. Студенттар әленән үк халыҡ араһында аңлатыу эше алып бара.
 Белгестәр билдәләүенсә, иҫәп алыу ваҡытында мутлыҡ осраҡтары йышайырға мөмкин. Шуға ла  Нефтекамалылар мут кешеләр,енәйәтселәр ҡармағына эләкмәһен өсөн , халыҡ иҫәбен алыусыларға махсус эш кейеме, танытмалар, һәм эмблемалар әҙерләнә.

{podcenter}