Прямая речь

Важнейшее направление нашей совместной деятельности – поддержка специальной военной операции, наших бойцов и членов их семей.

Глава Республики Башкортостан Радий Хабиров.
Подробнее

 

Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!

 

Яңылыҡтар

07.05.09

Уҡыу йорттарында янғын хәүефһеҙлегенә ҡарата ҙур иғтибар бирелә

Уҡыу йорттарында янғын хәүефһеҙлегенә ҡарата ҙур иғтибар бирелә. Был йүнәлештә ҡаланың 3 башланғыс белем биреү учреждениеһына Башҡортостандың мәғариф министрлығынана аҡса бүленгән. Был сара 91-се, 138-се һөнәри училищелары һәм 27-се һанлы лицей биналарын янғын хәүефһеҙлеге буйынса йыһазландырырға мөмкинлек бирә.
 
Ваҡыт уҙыу менән янғын хәүефһеҙлегенә ҡарата талаптар ҙа үҙгәрә. Был талаптарға ярашлы уҡыу йорттары махсус янғынға ҡаршы система менән йыһазландырылырға тейеш. 27-се һанлы лицейҙың директоры Рәмил Харрасов һөйләүенсә, уларҙың уҡыу йорто проект буйынса бындай система менән бөтөнләй йыһазландырылмаған. Ә инде бүленгән аҡса был етешһеҙлекте юҡ итергә ярҙам буласаҡ.
Республика бюджетынан бүленгән 2 миллион да 500 һум аҡсаға лицейҙың уҡыу корпусында һәм оҫтаханаларында янғынға ҡаршы система,махсус хәбәр итеү сигналы үткәреләсәк. шулай уҡ эвакуациялау ишектәрен алмаштырыу һәм ҡайһы бер төҙөкләндереү эштәрен уҙғарыу планға индерелгән.

 Лицейҙың дөйөм ятағына киләгәндә, бында уҙған йылда янғынға ҡаршы яңы төр сигнализация үткәрелгән. Һәр бүлмәгә төтөн сығыуға тәҫьир итеүсе махсус приборҙар ҡуйылған. Улар аша сигнал янғын һаҡлау бүлегенә еткерелә. ә инде яңы уҡыу йылына, йәғни 1 сентябргә лицейҙың уҡыу корпусы һәм оҫтаханлары ла йыһазландырыласаҡ.

{podcenter}